+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тылсымлы донъяның Заятүләге, Һыуһылыуы һәм мөғжизәүи заттары

Башҡорт академия драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектакленең премьераһы булды. Мөғжизәне балалар, үҫмерҙәр, хатта өлкәндәр ҙә ярата. Донъяны онотоп, фәнтәзи виҡиғаларға инеп китеү, ғәжәп персонаждар, тылсымлы тарихтар менән осрашыу мауыҡтырғыс. Әүәл әкиәттәрҙә  мәскәйҙәр, шүрәлеләр, кәрләләр, дейеүҙәр йәшәһә, хәҙер төрлө илдәрҙә төшөрөлгән фәнтәзи фильмдар береһенән-береһе имәнесерәк, хәйләкәрерәк, мәкерлерәк, аяуһыҙыраҡ  персонаждарҙы күрһәтә. Уларҙың хаяһыҙлығы ҡаршыһында беҙҙең әкиәти заттар хатта бер ҡатлыраҡ, рәхимлерәк булып ҡала.  Яңы заман тәҡдиме йәш быуынды нығыраҡ ылыҡтыра, әлбиттә.

Тылсымлы донъяның Заятүләге, Һыуһылыуы һәм мөғжизәүи заттары
Тылсымлы донъяның Заятүләге, Һыуһылыуы һәм мөғжизәүи заттары

Ә бына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡуйған "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектаклендә персонаждар фәнтәзи киноларҙағы мифик заттарҙан бер ҙә ҡайтыш түгел. Торғаны менән  хоррор.

"Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосының варианттары байтаҡ. Әле сәхнәгә ҡуйылғаны –  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мәжит Ғафури яҙып алған төрө. Ғафури уны 1909 йылда Асылыкүл буйы башҡорттарынан һөйләтә лә баҫтырып сығара. Уғыҙ теле элементтарының һаҡланып ҡалғанлығы эпостың боронғолоғон дәлилләй.

Халҡыбыҙҙың батыр Түләк менән һыу һылыуы тураһындағы  эпосы заманса бирелеш өсөн бик тә йәтеш. Береһенән-береһе сәйерерәк персонаждар, һыу аҫты һәм ер өҫтө донъяларында барған серле ваҡиғалар ҡуйыусыларҙың фантазияһына киң мөмкинлектәр аса.

Спектакль өсөн пьесаны Мария Малухина яҙған.

Кем ул Малухина?

Мария 1991 йылда Мәскәүҙә тыуып үҫкән. МГИМО-ла бакалавриат тамамлағандан һуң Бөйөк Британияла сценарист һәм кинорежиссер специальностары буйынса магистрлыҡ ала. Болгария баш ҡалаһы Софияла йәшәй. Үҙенең сценарийҙары буйынса ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә. Пьесалар яҙа, әҫәрҙәре Рәсәйҙәге күп театрҙарҙа бара. "Арлекин" XIX Бөтә Рәсәй балалар өсөн театр сәнғәте фестивалендә (2022) "Василисса" тигән пьесаһы менән "Иң яҡшы драматург эше" номинацияһында лауреат була. Был пьесала автор традицион әкиәттәрҙән таныш  кеүек тойолған персонаждарға яңы йөкмәтке, яңы форма һалған, һәм улар бөтөнләй көтөлмәгән, күнегелмәгән ҡиәфәткә ингән, тип яҙғандар "Петербургский театральный журнал"дың сайтында. Традицион әкиәттәр + заманса фэнтэзи + ысынбарлыҡтағы үҫмерҙәр психологияһы + хоррор ҡатыш юмор – шулай тип аңланым "Василисса" спектакленең дөйөм бер кәүҙәләнешен.

Малухина әҙәби әҫәрҙәр ҙә ижад итә һәм әҙәби конкурстарҙа призлы урындар ала. "Литрес" китап сауҙаһы сайтында өс китабы бар. "Минимум багажа" тигән китабына ингән бер романын уҡый башлап ҡуйҙым. Йыш ҡына әҫәрҙәрҙең бер-ике битенән ары китеп булмай. Ә был китап башынан уҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Артабан уҡырмын, моғайын. Ике бит уҡып, ижад тураһында фекер әйтеү ҡыйыныраҡ булһа ла, үҙем өсөн шуны асыҡланым: әҫәрҙең теле еңел ҡабул ителә; авторы төплө фекерле, нәфис һүҙ ҡеүәһе юғары.

"Заятүләк менән Һыуһылыу"ҙы Марияға бушҡа ғына ышанып тапшырмағандар икән.

Спектаклдең режиссеры – талантлы Илсур Ҡаҙаҡбаев. Ҡуйыусы рәссам – Ася Бубнова, музыкаль биҙәүсе – композитор Магуля Мезинова, хореограф – Илья Оши, яҡтыртыу рәссамы Сергей Скорнецкий, визуаль эффекттар рәссамы – Михаил Теребиленко, тексты башҡортсаға әйләндереүсе – Динара Ҡәйүмова.

Заятүләкте Линар Бәйетов, Һыуһылыуҙы Айым Сөләймәнова уйнай.

– Заятүләк  — театрҙа минең тәүге баш ролем, шуға был образ өҫтөндә эшләү бик тулҡынландырҙы, — ти Линар Бәйетов. – Спектаклдең үҙенсәлекле концепцияһы менән форматы ла иғтибарымды йәлеп итте. Илсур Юлай улы беҙгә ижад өсөн тулы ирек бирҙе. Беҙҙең спектакль — «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосына яңы ҡараш ул. Был тарих менән таныш тамашасы уны яңыса күрәсәк. Постановка сағыу, ул энергия, яҡтылыҡ, музыка, видеоэффекттар менән тулы, шуға, минең уйымса,  хәҙерге заман балаларына  спектакль мотлаҡ оҡшаясаҡ.

— Заятүләк менән Һыуһылыу, ер менән һыу — бер-береһенән башҡа йәшәй алмаған ике стихия, беҙҙең спектаклдә тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа килеү өсөн уларға ҙур юл үтергә кәрәк, — ти Айым Сөләймәнова. — Күп быуындарға билдәле эпосҡа ҡағылыу һәр ваҡыт тулҡынландыра. Мин Һыуһылыу образын тыуҙырыуҙа ҙур яуаплылыҡ тойҙом, ышанысы өсөн  режиссёрға, сабырлыҡтары һәм булышлыҡтары өсөн сәхнә партнёрҙарыма һәм өлкән коллегаларға рәхмәтлемен.

Спектаклдә Хөрмәтулла Үтәшев (Диңгеҙхан падишаһ), Алмас Әмиров (Йәноҙаҡ вәзир), Алһыу Ғәлина (Ханбикә), шулай уҡ Урал Әминев, Артур Кәбиров, Артур Ҡунаҡбаев, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Юнир Ҡуланбаев, Милена Сираева, Лилиә Ғәлина, Гөлназ Хайсарова, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Хәлилова, Руслан Ғәлимов, Айҙар Шәмсетдинов, Сабина Кирәева, Илүзә Күсәбаева, Лилиә Сәғитова, Гүзәл Хәсәнова, Айнур Ғәбитов, Морат Рафиҡов, Таң Хөсәйенов, Алмас Йосопов ҡатнаша.

Спектаклде ҡараған Ғәҙилә Бүләкова, билдәле әҙәбиәт белгесе, ғалимә, ВК сәхифәһендә фекере менән уртаҡлашып, былай тип яҙған:

"Үҙ эштәренә мөкиббән киткән шәхестәр ижад иткән тамаша бик шәп килеп сыҡҡан! Тамашаның идея-проблематикаһы ла заманға ауаздаш яңғырай: төрлө насар эштәрҙән, яманлыҡтарҙан КЕШЕЛЕК ДОНЪЯҺЫН (гәрсә ваҡиғалар Ер батшалығында ғына түгел, Һыу аҫты батшалығында ла барһа ла) МӨХӘББӘТ ҡотҡарыр! Ә инде мөхәббәт тигәндә Ер улы Заятүләк менән Асылыкүл батшаһының ҡыҙы Һыуһылыу араһындағы мөхәббәт кенә күҙ уңында тотолмай бында.
Әйткәндәй, ҒАИЛӘ ЙЫЛЫнда сәхнәгә сығарылған был тамаша бөтә ғаилә менән бергәләп ҡарау өсөн ижад ителгән. Шуға күрә, оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ейәндәремде дә алып барып күрһәтәйем әле тигән уй-ниәт менән ҡайтылды. Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙең халыҡ ижады ерлегендә хәҙерге хәҙерге заман балалары ла ауыҙҙарын асып ҡарарлыҡ ҡыҙыҡлы образдар (анауы монстр - аждаһа үҙе генә ни тора!) иң мөһиме, үҙенсәлекле тамаша ижад иткән яратҡан театрыбыҙ коллективы. Барып ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!"

Ә. Аҡбутина.

Сығанаҡтар: Башинформ мәғлүмәттәре, Ғәҙилә Бүләкованың ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: