+11 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
22 Август 2024, 18:07

Яҡутстанда ла Йылҡысы көнөн билдәләйбеҙ

"Башҡорт аты" фестиваленә Якутск ҡалаһынан килгән "Кэскил" балалар нәшриәте етәкләксеһе Ольга Семёнова байрамды юғары баһаланы.

Яҡутстанда ла Йылҡысы көнөн билдәләйбеҙЯҡутстанда ла Йылҡысы көнөн билдәләйбеҙ
Яҡутстанда ла Йылҡысы көнөн билдәләйбеҙ

– Фестиваль миңә ныҡ тәьҫир итте. Аттарҙың күплегенә аптыраным да, һоҡландым да. Башҡорт далаларының киңлеге, әлбиттә, ошондай ҙур байрам ойошторорға мөмкинлек бирә. Яҡуттар өсөн дә ат – изге хайуан. Беҙҙә йылҡысылыҡ киң таралған, мал һаны йылдан-йыл арта. Йылҡысылыҡ буйынса күп мәктәптәр асыла, уҡыу унда ете йәштән алып барыла. Күп кенә ауыл биләмәләрендә һыбай йөрөргә өйрәтеү менән шөғөлләнәләр. - тине Ольга ханым. – Беҙҙең республика Башлығы тарафынан булдырылған Йылҡысы көнөн билдәләү яҡшы йолаға әүерелгән. Унда шулай уҡ төрлө ярыштар, ат сабыштары үтә. Әммә "Башҡорт аты" үҙенең масштабы менән минең иҫемде китерҙе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Йәншишмә гәзите сайтынан
Автор:Аманат
Читайте нас