Көндәрҙән бер көндө күп балалы Дәүләтовтар ғаиләһенә “Ҡыш бабайҙың НТВ менән сәйәхәте” хәйриә сараһы командаһы килеп инде.
“Уға ни бары 11 йәш, әммә ул ысын ир-егет. Үҙ йәшенә ҡарата ул бик күп һынауҙар кисергән: ҡулдарын ампутациялау һәм тире күсереп ултыртыу буйынса алты операция аша үткән. Әммә үҙенең көсө, ҙур ғаиләһенең, хәстәрлекле кешеләрҙең ярҙамы арҡаһында ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан. Беҙ уның синтезатор тураһындағы хыялын тормошҡа ашырҙыҡ. Апай-һеңлеләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ, береһенә фен, икенсеһенә стайлер бирҙек, шундай модалылар! Бик йылы осрашыу булды. Илназдан, музыка ҡоралын үҙләштергәс, мотлаҡ видеояҙма ебәреүен һораным”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ҡыш бабай.
“Был ғаиләгә, ундағы берҙәмлеккә һәм был егеттең тормошо яҡшы булһын өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙерлеккә сикһеҙ һоҡланырға мөмкин. Шулай уҡ уларҙың мөғжизәгә ышаныуына ла: Ҡыш бабайға нисек ҡарауҙары, бүләктәрҙе нисек ҡабул итеүе баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт”, — тип билдәләне журналист, НТВ каналының спорт комментаторы Кирилл Кикнадзе.
Тылсымсыларҙы “Балаларға бергәләп ярҙам итәйек” хәйриә фонды хәстәрләгән балалар ҙа көтә ине. Фонд ауырыу балаларға диагностика үткәрә һәм медицина ярҙамы күрһәтә , күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итә.
Эш йүнәлештәренең береһе – инвалид йәки үҙенсәлеклек балалар үҫкән ғаиләләргә ярҙам итеү. Уларҙы күрергә Рәсәй Ҡыш бабайы килде. Балалар театрлаштырылған тамаша әҙерләгән, йырҙар йырланы. Фондҡа прессотерапия һәм лимфа дренажы аппараты бүләк ителде. Һәр бәләкәй ҡунаҡ татлы күстәнәс алды.
Яңы йыл командаһы маршрутының өсөнсө пункты “Беҙҙең киләсәк” хәйриә фонды ҡатнашыусылары менән осрашыу ине. Балалар өсөн Селтәрҙәргә идара итеү үҙәгенә экскурсия ойошторолдо, ҡаланың энергия менән нисек тәьмин ителеүен, эштең нисек ойошторолоуын аңлаттылар. Һуңынан Өфө трансформатор заводында трансформатор эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
“Трансформатор заводына экскурсиянан һуң Ҡыш бабай йәй уларға эшкә килергә саҡырыу алды”, – тип шаяртты Кирилл Кикнадзе.
Ҡыш бабай 2016 йылдан ил буйлап сәйәхәт итә. Хәйриә сараһының төп маҡсаты – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ҡиммәтле дауалауға мохтаж балаларға, үҙенсәлекле үҫешле балаларға һәм ауыр тормош хәленә ҡалған ата-әсәләргә ярҙам итеү.
Быйыл Ҡыш бабай менән уның командаһы Рәсәйҙең 24 ҡалаһында йәшәгән балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашыра.
Башҡортостан баш ҡалаһынан китер алдынан хәйриә сараһында ҡатнашыусылар журналистар һәм йәш өфөләр менән осрашты. Балалар Ҡыш бабайға һорауҙар бирҙе. Алты йәшлек Ләйлә Дәүләтова балаларҙың ниндәй сәйер бүләктәр алырға теләүе менән ҡыҙыҡһынды.
“Күбәләк ҡанаттары, тылсымлы таяҡ, әсәй аш-һыу әҙерләп ваҡытын әрәм итмәһен һәм балалары менән булһын өсөн үҙе табын ҡора торған ашъяулыҡ. Йыш ҡына эргәләгеләргә һаулыҡ, изгелек теләп яҙалар, күптәр йорт хайуандарын бүләккә алырға теләй”, – тип яуап бирҙе ул.
Дүртенсе класс уҡыусыһы Арыҫлан Кашапов тылсымсының үҙенең теләктәре, хыялдары менән ҡыҙыҡһынды.
“Һүҙ матди әйберҙәр тураһында барһа, һеҙҙең хаттарығыҙ, һүрәттәрегеҙ гел минең күңелемде йылыта. Ә хыялымды һораһағыҙ, һеҙҙең йөрәктәр һәр ваҡыт изге булыуын теләйем, һәр кемдең тылсымсы була алыуын иҫтә тотоғоҙ – бер генә изге эш тә етә”, – тине Ҡыш бабай.
Сығанаҡ: Башинформ.