Сәғит Агиш шиғырҙары, повестары, хикәйәләре, йәнә “Нигеҙ” тигән романы менән билдәле. Балалар өсөн дә күп ижад иткән ул.
Әҙип 1973 йылдың 21 майында вафат була.
Сәғит Агиш Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Почет Билдәһе” ордены менән наградланған, уның ижады автор үҙе мәрхүм булғандан һуң Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған. Өфөлә Сәғит Агиш урамы бар, ә ул йәшәгән йорттоң тышына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Сәғит Агиш ижадына юмор һәм сатира хас. Ул үҙе лә бик күңелле кеше була.
Сәғит Агиш тураһындағы иҫтәлектәрҙән
Техникумдағы һабаҡташы һәм дуҫы Ҡасим Аҙнабаев ошондай хәтирәләре менән уртаҡлашҡан:
“Сәғит буй-һыны – бәләкәй кәүҙәһе, сөм ҡара сәсе, ҡап-ҡара күҙе менән дә, холҡо-характеры менән дә башҡаларҙан айырым, үҙенә бер төрлө кеше ине. Уның ҡайһы бер ҡылыҡтары, һәр саҡ шат йөрөүе, көтмәгәндә ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәреү ғәҙәте, кешеләр менән һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә булыуы, һәр саҡ яҡшылыҡ эшләргә тырышыуы, кешеләрҙең шатлығы менән дә, ҡайғы-хәсрәте менән дә уртаҡлаша белеүе һымаҡ сифаттары күңелдәргә шул тиклем тәрән инеп ҡалған, хатта хәҙер ҙә, ярты быуаттан һуң да, күҙ алдында торған кеүек”.
Икенсе бер һабаҡташы Фәйзи Баҡаев иҫтәлектәренән:
“Сәғит Агиш менән бергә булғанда күңел күтәрелә, йәшәүгә, хеҙмәткә дәрт өҫтәлә торғайны”.
Халыҡ шағиры Мостай Кәрим – Сәғит Агиш тураһында:
"...Һүҙ һөйләргә ул ысынлап та оҫта ине, тапҡыр телле ине. Зәғиф кенә күҙе үтә күпте күрер, үткер үк булмаған ҡолағы үтә күпте ишетер, ә инде иҫ киткес зирәк хәтере үтә күпте һаҡлар ине...
Китаптарынан тыш, ул беҙгә йәнә яҙыусының шәхес өлгөһөн ҡалдырып китте. Ул уйлағанын, теләгәнен яҙҙы. Шуға күрә яҙғаны теләп ҡабул ителде. Уның өсөн тормошта иптәшлек — теләктәшлекте, дуҫлыҡ — тоғролоҡто, намыҫ — көрәште, милли ғорурлыҡ — милли киң күңеллелекте аңлата ине. Үҙ-ара мөнәсәбәттә ул асыҡлыҡты алға һөрҙө, ярым-яртылыҡ уға ят ине. Рухи яҡынлыҡтан, фекерҙәшлектән, идея уртаҡлығынан тыш яҡташ та, әшнә лә эҙләмәне. Иҙәндең таҙа булыуы, һыуҙың саф булыуы, күңелдең ихлас булыуы өсөн тырышты ул".
Фото: Культура РБ