-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ғинуар , 00:33

“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә

Һәр бәләкәстең теле туған телендә асылһа ине! Бала кескәйҙән башҡортса һөйләшһен өсөн ата-әсәгә ихлас тырышырға кәрәк. Хәйер, йәмғиәттә бының өсөн мөмкинлектәр киңәйә бара. Хәҙерге заманда баланы ике һәм хатта күп телле итеп үҫтерергә була.

“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә
“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә

Республикабыҙҙа рус теле менән бергә башҡорт теле лә дәүләт теле булғас,  балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туған тел уҡытыла. Баланы әсә теленә өйрәтеү өсөн әсбаптар, дәреслектәр сығарыла. Шундайҙарҙың береһе “Аҡыллы тирмә” тип атала. Ул йыйылмалы стенд рәүешендә төҙөлгән.

Тирмәнең бер яғы башҡорт мәҙәниәтенә арналған. Ул мауыҡтырғыс шөғөлдәрҙән, дидактик уйындарҙан тора. Мәҫәлән, “Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары” доминоһы өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтә,  ә “Балаҫ” тәрбиәүи уйыны бармаҡ моторикаһын үҫтерә, башҡорт орнаменты менән таныштыра.

Тирмәнең икенсе һәм өсөнсө яғы Башҡортостандың тәбиғәтен кәүҙәләндерә. Тауҙар, йылғалар, күлдәр буйлап сәйәхәттә балалар төбәгебеҙҙең тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныша, уларҙың башҡортса атамаларын хәтеренә һала.

Дүртенсе яҡ милли ризыҡтарыбыҙ тураһында һөйләй. “Табын әҙерлә” уйынында бала милли ризыҡтарҙы дөрөҫ һайларға, уларҙың атамаһын әйтергә һәм өҫтәлгә ултыртырға тейеш була.

Тирмәнең бишенсе яғына хәрефтәр һәм ике телдә һүҙҙәр яҙылған. Диктофондан теләгән бер бала хәрефтәрҙең һәм һүҙҙәрҙең нисек уҡылыуын, ике телдә яҙҙырылған ябай ғына һөйләм өлгөләрен  тыңлай ала.

Тирмәнең эсендә милли кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-ярағы, баланың ижади эше өсөн материал ҡуйылған.

Шулай итеп, “Аҡыллы тирмә” ярҙамында балалар тыуған республикаһының мәҙәниәтен, башҡорт телен рәхәтләнеп өйрәнә ала.

Авторҙар: Г. ЗӘЙЕТҠОЛОВА, Г. ӘМИРҒӘЛИНА, С. ТИТОВА.

“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә
“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә
“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә
“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә
“Аҡыллы тирмә” кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтә
Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас: