“Урал батыр” – рух тәрбиәләүсе проект
Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында НКО (“Киләсәк мәктәбе” мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды) асылып, педагогик коллективта “Урал батыр” халыҡ эпосын өйрәнеү аша телде, мәҙәниәтте һаҡлап алып ҡалыу” исеме аҫтында ҙур һәм күләмле эш ойошторолдо. Төп маҡсат – милли традицияларыбыҙға таянып, бөгөнгө көн аша матур киләсәккә ынтылып йәшәү.
Реализацияға бирелгән ваҡыт 01.08.2024 йылдан алып 31.03.2025 йылға тиклем арауыҡ эсендә проектты реализациялауға бүленгән аҡсаға милли кейемдәр, биҙәүестәр, сәхнә аппаратураһы, микрофондар, приздар, грамоталар алынды. Эшебеҙҙе “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәк ҡеүәтләп, “Ғафури-ТВ”, “Нөктә-ТВ”, “Аманат” журналы, райондың балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге беҙҙең һәр сараны тиерлек яҡтыртып барҙы. НКО директоры Дәүләтбаева Раушания Радик ҡыҙы, етәксеһе Мөхәмәтшина Гөлнара Ғәбделхат ҡыҙы һәм авторы Буранова Айгөл Фәрит ҡыҙы эште бик оҫта ойошторҙо: 2 этаптан һәм 4 йүнәлештән торған эш планы төҙөнө.
-се этапта ошондайыраҡ эштәр планлаштырылды һәм яуаплы кешеләр билдәләнде:
1. Түшелдерек һәм башҡа милли биҙәүестәр эшләү (Шәймәрҙәнова Г.М.).
2. Сәхнә оҫталығы (Буранова А.Ф.).
3. Уҡ атыу оҫталығы (Хәбибуллин И.Х.).
4. Милли көрәш (Мәүлетҡолов А.М.).
Һәр йүнәлеш буйынса ентекле әҙерлек, оҫталыҡ дәрестәре һәм матур саралар үткәрелде.
Гимназиябыҙҙың “Урал батыр мәктәбе” лә был проектты тормошҡа ашырыу буйынса һәр этапта, һәр йүнәлештә үҙ өлөшөн керетте. Мәктәптең эпос тәғлимәттәренә нигеҙләнеп эшләгән, кешелек донъяһы йәшәйеше өсөн иң мөһим ун йүнәлеше бар. Шуларҙың береһенә тап килгәне: “Ил ынйыһын йәшереп ергә күмеп ҡуймаҫҡа” – ул халҡыбыҙҙан мираҫ итеп ҡалдырылған аманатты һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыу. Был башҡорт халҡының милли кейеменә, милли биҙәүестәрен тергеҙеүгә ҡарата йүнәлтелгән эш ине. Был эште ойоштороуҙа технология уҡытыусыһы Ваһапова Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы, башланғыс класс уҡытыусылары менән “Урал батыр мәктәбе” етәксеһе Вәлиева Гөлшат Акрам ҡыҙы әүҙемлек күрһәтте. Район ағинәйҙәре менән берлектә 1 кластан 8 класҡа тиклемге ҡыҙҙар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, матур эш башҡарҙылар. Ҡайһы бер ҡыҙҙар оҫталыҡ дәрестәренән һуң үҙҙәре лә сағыу биҙәүестәр эшләп, ошо эштәре буйынса проект-эҙләнеү эше лә үтәне. Һәр кластан иң оҫта ҡыҙҙар дипломдар һәм приздар менән бүләкләнде.
Сәхнә оҫтаһы Буранова Айгөл Фәрит ҡыҙы – бейеү алиһәһе – уҡыусыларға үҙ оҫталығын бар йөрәген биреп тапшыра. Гимназиябыҙҙа бейемәгән бала юҡтыр! Балалар бейеү оҫталығына ғына өйрәнмәй, һәр кейемдең, һәр биҙәүестең серҙәренә төшөнә, сөнки уларҙың остазы бейеү костюмын үҙе әҙерләй. Күлдәк-камзулдарға биҙәүестәрҙе үҙе эшләй. Ҡыҙҙар Айгөл Фәритовна менән бергә ултырып кейемгә тәңкәләр, сулпылар тегешә, сәхнә кейемен, түшелдеректәрен биҙәргә, матурларға өйрәнә.
Уҡ атыу буйынса етәксебеҙ Хәбибуллин Илшат Хәтим улы малайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла уҡ атыу оҫталығына өйрәтә. Хатта 1 класс ҡыҙ-малайҙары ла уҡтан оҫта аталар. Беҙ быны “Һомай һылыу” һәм “Урал батыр” бәйгеһендә асыҡ күрҙек. Бәләкәс кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар ҙа уҡты сәпкә тейҙереүҙә оҫталыҡ күрһәттеләр. Бына бит сая башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре ҡайҙа үҫә, ҡайҙа тәрбиәләнә!
Милли көрәш бәйгеләре гимназия тормошонда күптән яйға һалынған эш. Физкультура уҡытыусыһы Мәүлетҡолов Әлфрит Мотаһар улы был йүнәлештә эште оҫта ойоштороусы. Уҡыусыларыбыҙ мәктәп кимәлендә генә түгел, район, республика кимәлендә лә призлы урындар яулап киләләр. Был проектта ҡатнашыу уларға мәртәбә генә өҫтәне.
-се этапҡа үткәндәр ижади һәм башҡа төрлө йүнәлештә үҙ һәләттәрен күтәрҙе.
1-2 кластар “Минең ғаиләм” темаһы буйынса (яуаплы Алтынбаева Л.Х.) проект эштәре башҡарҙы. Бәләкәс кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, проект эштәрен бик оҫта итеп яҡлап сыҡтылар.
3-4 кластар “Башҡортостан” темаһы буйынса (яуаплы Ишкина А.Р. ) квест-уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Шундай күңелле һәм логик фекерләүгә ҡоролған уйындар балаларҙы тик әүҙемләштерә генә!
5-6 кластар (яуаплы Мирхәйҙәрова Г.Р.) боронғо йола-уйындарҙы сәхнәләштерҙе. Ҡунаҡҡа район ағинәйҙәре саҡырылды. Улар йолаларҙы сәхнәләштереүҙә ҡатнашып, байрамды биҙәне.
7-8 кластар өсөн “Атайсалдың топонимикаһы” темаһына (яуаплы Хәбибуллина Г.М.) фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Класс етәкселәре һәм тәрбиәселәр балалар менән ныҡлы эшләгәндәре күренеп тора. Һәр кластың сығышы ҙур баһаға лайыҡ булды.
Ошо көндәрҙә генә шаулап-гөрләп “Урал батыр” (яуаплы Солтанғолова Ә.Н.), “Һомай һылыу” (яуаплылар Шәфиева Г.И., Ғәлиуллина Л.Ғ.) конкурсының финалы, шулай уҡ “Тел – тере шишмә” ижадсылар бәйгеһе үтеп китте. Һуңғыһы “Ҡышҡы йәйғор” тигән матур исем аҫтында ойошторолдо. Был бәйгегә районыбыҙҙың билдәле сәсәниәһе Фәүзиә- Алтынбикә күп көсөн һалды. Шуныһы ла мәғлүм булһын – һәр сара башҡортса “Ритайым” менән тамамланды. Был проект буйынса ойошторолған эш һәр баланың күңеленә үтеп керерлек дәрт, көс-ҡеүәт, рух биргәндер, тигән фекерҙә ҡалабыҙ.
Барығыҙҙы ла йомғаҡлау Гала концертына саҡырабыҙ!
“Урал батыр” мәктәбе етәксеһе Вәлиева Гөлшат
#ГРАНТРБ
#ЯзыкиГранты2024
#ФСГОРБ