Киләсәгең ҡояшлы булһын, уңыштар һиңә, Элина!
Һәр кем тормошта үҙенә бер маҡсат һайларға, уға ынтылырға тейеш. Ана шул маҡсатҡа ынтылыу, уға яҡынайыу кешегә ҡанат ҡуя. Ғүмеренең иң бәхетле, матур миҙгелдәрен ана шул алдына алған маҡсаттарына яҡынайғанда кисерә һәр кем.
Бөгөнгө көндә Зилә Марат ҡыҙы Зәкирова етәкләгән, сәскә -гөлгә күмелгән, быуатҡа яҡын яҡты тарихы булған Бөрйән районының Яуымбай ауылы мәктәбен тамамлап, йылда ла оло юлға сыҡҡан ҡарлуғастарыбыҙҙың һәр береһе лә алдына ошондай ҙур маҡсаттар ҡуйып, хыялдарын ысын итеп, тормошта юғарылыҡҡа өлгәшәләр. Мәктәбебеҙҙең ундай уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ ҙа уларҙан өлгө ала.
Быйылғы йылда мәктәбебеҙҙе яҡшы билдәләргә тамамлаусы, әүҙем йәмәғәтсе, тырыш, һәләтле, алдынғы уҡыусыларыбыҙҙың береһе, район, республика буйынса олимпиада еңеүсеһе - ул Элина Айҙар ҡыҙы Хәйбуллина.
Һәр эшкә тилбер, оҫта ҡуллы, һәр саҡ шат, изге күңелле, намыҫлы, ижадҡа ынтылыусы, яҡшы һыҙаттары
менән мәктәбебеҙҙә уҡытыусыларҙы, класташтарын, дуҫтарын һоҡландырыусы
уҡыусыбыҙ Элина Хәйбуллина һәр эштә лә
алдынғылыҡта булды.
Уҡыусыһы ҡаҙаныштарында мәктәптең дә, башланғыстан алып өлкән класта уҡытҡан уҡытыусыларының да ҙур хеҙмәте һалынған. Балаһының үҫешендә, әлбиттә, әсә -атаһы, ғаиләһендәге матур мөхит тә бик ҙур роль уйнай, һәләттәрен асырға ныҡ ярҙам итә. Район, Төбәк -ара,
Бөтә Рәсәй күләмендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса предмет олимпиадаһында ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшеүсе
ҡыҙҙың портфолиоһында район мәғариф бүлегенең, Өфө фән һәм технологиялар университетының, республика Гагарин олимпиадаһының еңеүсе Дипломы, Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттары урын алыуы ҡыуаныслы хәл.
Элина уҡыуҙан тыш үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Айырыуса филология йүнәлешенә өҫтөнлөк бирҙе. Был турала мәктәп, район,
республика кимәлендә ҡатнашҡан сараларҙың һөҙөмтәләре һөйләй ҙә инде. Ул 9
йыл уҡыу дәүерендә бихисап Диплом, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
«Урал батыр ере» район конкурсында география уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллин авторлығындағы "Яуымбай ауылы ер - һыу атамалары һәм ауыл тарихы" китабын файҙаланып, Фаяз Бирғәле улы үткәргән экскурсияларҙа әүҙем ҡатнашып, конкурсҡа әҙерләнеп, "Ауылым топонимикаһы" номинацияһында еңеүселәр рәтенә сығып, сертификатҡа һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. "Башҡортостан" гәзитендә ошо конкурс һөҙөмтәләре сиктәрендә Элинаның Яуымбай ауылы ер -һыу атамаларын яҡтыртҡан ҙур мәҡәләһе баҫтырыуға өлгәштек.
Остазы, класс етәксеһе Зифа Ғаяз ҡыҙы Ғабдулхаева етәкселегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулауы, матбуғатта үҙ һүҙен әйтергә ынтылыуы, тынғыһыҙ ижады өсөн "Йәншишмә" гәзитенең еңеүсе исеменә һәм күп һанлы ижади эштәре: әкиәттәре, шиғырҙары, хикәйәләре өсөн гәзиттең "Йәш хәбәрсе" исеменә һәм танытмаһына эйә булыуы бик тә ҡыуаныслы.
Әйткәндәй, үрҙә әйтеп үткәнемсә, Элина Хәйбуллина класс етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, остазы Зифа Ғаяз ҡыҙы етәкселегендә быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Федераль олимпиадала ҡатнашты һәм II Дәрәжә Дипломға лайыҡ булып, 1 июль көнө Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетында еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһында ҡатнашты. Ун беренсене тамамлап, ошо башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға ингән осраҡта, был олимпиада еңеүселәренә ай һайын бер йыл буйына 60 мең стипендия түләнәсәк, улар ике кешелек уңайлы бүлмәлә йәшәйҙәр, рус теленән БДИ 75 балдан кәм булмаған осраҡта уҡырға имтиханһыҙ ҡабул ителәсәктәр, тигән киләсәккә уңайлылығы ла бар икән. Киләсәк тә Элинаға был бәхет мотлаҡ йылмайыр, тигән теләктәбеҙ.
Шулай уҡ Элина Хәйбуллинаның йәш ижадсылар араһында
уҙғарылған “Иң оҫта шиғыр һөйләүсе”, “Һүҙ ҡәҙере”, “Йөрәктән йөрәккә”
бәйгеләрендә көсөн һынап ҡарауы, мәктәптең, райондың алдынғылар слетында ҡатнашыуы, бүләктәргә лайыҡ булыуы бик ҡыуаныслы.
Элинаның уңыштарында әсәйенең йоғонтоһо ла, мәктәптең, уҡытыусыларҙың роле лә
ҙур, әлбиттә.
Яуымбай мәктәбендә төрлө конкурстар, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар ҙа йыш үткәрелә.
Элинаның үҫешендә ошо конкурстарҙа
ҡатнашыуы, күренекле шағирҙар, яҙыусылар, оло быуын
кешеләре менән мәктәптәге осрашыуҙар ҙа рухи аҙыҡ биргәндер, тип
уйлайым.
Уның менән сикһеҙ
ғорурланабыҙ, иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә. Афарин,
Элина!!!
Тыуған мәктәбендә, төрлө сәмле ярыштарҙан онотолмаҫ тәьҫораттар, бай
тәжрибә һандығы менән тулы әҙерлекле быйылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ Элина Хәйбуллина артабан унынсы класта уҡыуын дауам итеү өсөн бөгөн республикабыҙҙың иң шәп
уҡыу йорттарының береһе - Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия - интернаты уҡыусыһы рәтенә баҫты.
Уға иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: мәктәптә алған белемдәре киләсәктә
киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләп, тормош юлынан ышаныслы
атларға , яратҡан һөнәренә эйә булырға ярҙам итһен!
Уҡыу йорттары
баҫҡыстарынан ҡыйыу атлап, матур, уңышлы кеше булыуын теләйбеҙ!
Бәхет менән йәнәшә алдына ҡуйған маҡсаттары тормошҡа ашып ата-
әсәһен, тыуған мәктәбен ҡыуандырһын. Бөтә яҡты хыялдарың тормошҡа
ашып, ҡояшлы ғына юлдан барыу бәхете юлдаш булһын һиңә, Элина!
Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белеүең, яҙыусы - шағирҙарыбыҙҙың
ижадына ҡарата күңелеңдәге һөйөүең, Элина, һиңә һәр саҡта ла ярҙам итһен.
Мәктәптәге сараларҙа оҫта алып барыусы, конкурстарҙа еңеүсе, оҫта
һөйләүсе, күп яҡлы талантлы булыуың уҡыуыңа һәр саҡ ярҙамсы булһын.
Өйөндә лә Элина һәр саҡ ярҙамсыл. Буш мәлдәрендә сигеү-бәйләү ,
ижад, төрлө ризыҡтар әҙерләү, сәскәләргә бағыу - уның яратҡан шөғөлө. Район, республика яңылыҡтары менән дә ғаиләләре даими танышып бара. Ғаилә өҫтәлендә "Таң", "Йәншишмә" һәм башҡа республика баҫмалары - даими көтөп алынған ҡунаҡ.
Матур кеше
тәрбиәләп, ысын шәхес итеп үҫтергән ата-әсәһенә ҙур рәхмәт!
Элинаға
киләсәктә аҡ, бәхет сорналған юлдар, матур ижади үрҙәр теләйек. Үҙ һуҡмағынан дөрөҫ барған ҡыҙға ышаныс ҙур, хыялдарын ысын итеп, ғорурлығыбыҙ булһын киләсәктә!
Эйе, маҡсатҡа ынтылған кеше ҡасан да булһа уға өлгәшмәй ҡалмаясаҡ. Шик юҡ, Элина ла үҙе хыял иткән үрҙәргә күтәрелер, илебеҙҙең данын арттырыр. Ә әсә - атаһы ҡыҙының бәхетле йылмайыуын, ҡаҙаныштарын күреп һөйөнөр әле.
Тап Элина кеүектәр үҙ маҡсатын ысын итәсәк тә инде!
Афарин, уҡыусыбыҙ!
Сәйҙә Сәйәхова, Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбенең уҡытыу - тәрбиә эше буйынса етәксе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы