-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь , 12:59

ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?

Ғөшөр саҙаҡаһы – баҡсала үҫтерелгән йәшелсә, еләк-емештән бирелә торған саҙаҡа. Ул беҙҙең малыбыҙға бәрәкәт бирә. Был саҙаҡаны биреп, үҙем ризыҡһыҙ ҡалам тип уйлау дөрөҫ түгел. Ғөшөрҙө генә түгел, башҡа саҙаҡаларҙы ла ихлас күңелдән бирелә.

ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?
ҒӨШӨР САҘАҠАҺЫ. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?

Ғөшөр – ул зәҡәттең бер төрө. Ул йылына бер мәртәбә йыйылған уңыштың ундан бер өлөшөн фәҡирҙәргә биреү фарыз һанала. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә: «Йыйып алған уңыштың ямғыр һәм йылға һыуҙары менән үҫтерелгән өлөшөнән ундан берен, ә хеҙмәт итеп, һыу һибеп үҫтерелгән өлөшөнән егерменән бер өлөшө саҙаҡа итеп бирелергә тейеш", – тигән. Йәғни баҡсала үҙ ҡулың менән һыу һибеп үҫтергән емеш-еләктән 1/20 өлөшө,  ә ямғыр, йылға, күл һыуҙары (арыҡ аша) менән һуғарылған үҫентеләрҙән 1/10 бер өлөшө ғөшөр саҙаҡаһы итеп  бирелә.

"Ибраһим" сүрәһенең 7-се аятында Аллаһү Тәғәлә: "Мин биргән ниғмәттәргә шөкөр итһәгеҙ, арттырып бирермен. Әгәр биргән ниғмәттәремә шөкөр итмәһәгеҙ, ғазабым ҡаты булыр", – тигән. Ғөшөр саҙаҡаһын биреп, беҙ ярҙамға мохтаждарҙы ҡыуандырып сауаплы булабыҙ. Уны бер кемгә һөйләмәйенсә, йәшереп биреү яҡшыраҡ. Аллаһү Тәғәлә беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарыбыҙҙы ярлыҡар.

Ғөшөр саҙаҡаһын кемгә бирергә?

Мохтаждарға, йәтимдәргә, ауырыуҙарға, кем үҙ-үҙен ҡарай алмай, шуларға өлөш сығарыу сауаплы. Ғөшөрҙө элек-электән мәҙрәсә шәкерттәренә биргәндәр. Теләге булғандар мәҙрәсәләргә, дини уҡыу йорттарының ашханаларына килтерә ала.

Ғөшөр саҙаҡаһы ҡасан бирелергә тейеш? Уны биреүҙең тәғәйен генә ваҡыты юҡ. Уны көҙ көнөндә, уңыш йыйып алынғас та бирергә тырышалар.

Ғөшөр саҙаҡаһын еләк-емештән ҡайнатма, йәшелсәләрҙән салаттар рәүешендә бирергә буламы?

Улай тағы ла яҡшыраҡ, әҙерләнгән баҡса ниғмәттәре боҙолмай, уларҙы оҙаҡ ваҡыт һаҡлап була.

Ғөшөрҙө туғандарға бирергә яраймы?

Мохтаж туғандар булһа, ярай. Ләкин баҡсанан алынған уңышты, күстәнәс итеп, бай йәки урта хәлле туғандарыңа биреү ғөшөр саҙаҡаһы булып ҡабул ителмәй. Был күстәнәс булып һанала.

Саҙаҡа ярлы, мохтаж кешеләргә бирелеүен беҙ аңларға тейешбеҙ, ул ауыр хәлдәге кешегә ярҙам күрһәтеү булып һанала. Ундай туғаның булһа, ғөшөр саҙаҡаһы биреү сауаплы. Мөмкинлегең була тороп та әлеге саҙаҡаны бирмәү – гонаһ. Уны биреүҙән ҡурҡмағыҙ, Аллаһы Тәғәлә беҙ биргән саҙаҡабыҙҙы күберәк итеп ҡайтарасаҡ.

Һәр эшләгән эштәребеҙ сауаплы булһын ине!

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: