-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Декабрь , 20:07

Нимә ашағы килә ул?

“Әллә нимә ашағым килә, үҙем дә белмәйем”, – тип аптыранған саҡтар була. Уныһын ашайһың, быныһын ҡапҡылайһың, тик туймайһың. Организмға берәй витамин-фәлән кәрәклеге башҡа барып етә. Шундай саҡта тап нимә ашағың килгәнен аңларға тырышып ҡарарға кәрәк.

Нимә ашағы килә ул?
Нимә ашағы килә ул?

Нимә ашағың килгәнен белһәң, нимә етмәгәне лә асыҡлана:

Балыҡ ашағың килһә – организмға омега-3 майлы кислоталар, Е витамины, йод етмәй.

Цитрус емештәр – көслө стресс кисерелгән, витамин С кәрәк.

Ит – L-триптофан аминокислотаһы етешмәй. Ул дофамин менән серотонин эшләүҙә ҡатнаша.

Сәтләүек, ҡуҙаҡлылар – аҡһымға ҡытлыҡ кисерелә.

Диңгеҙ аҙыҡтары, креветка – йод етмәй.

Әфлисун кеүек ҡыҙыл-һары аҙыҡтар – йәшерен депрессия бара, организм ялға, кәйефте яҡшыртыуға мохтаж.

Ҡыҙыл алма, помидор, ҡыҙыл татлы борос – тимер етешмәй.

Йәшел тәмләткестәр – тынғы, гармония, һиллек кәрәк.

 

Фото: Пиксабай.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас