-3 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ғинуар , 14:45

Сәғәттәр "батшаһы"...

Өфөнөң 110-сы мәктәбенең 10-сы синыфы уҡыусыһы Алан Һаҙыев баш ҡалабыҙ­ҙың Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге музейында үҙенең сәғәттәр күргәҙмәһен асҡан.

Сәғәттәр "батшаһы"...
Сәғәттәр "батшаһы"...

Залда сәғәттәрҙән башҡа ҡомартҡылар ҙа бар, хатта ул 1930 йылғы потефонды ла йүнәтеп алған. Егетте боронғо сәғәттәрҙе йүнәтергә икенсе ҡалаларға ла саҡыралар. Бер ҙур иҫке сәғәтте тулыһынса тергеҙер өсөн кәмендә 3-4 ай ваҡыт китә икән.
“Мин бәләкәй саҡтан өйҙәге боҙоҡ сәғәттәрҙе йүнәтә инем. Тора-бара туғандар, дуҫтарым олатай-өләсәләренең иҫке сәғәттәрен килтерә башланы. Шулай итеп, ярайһы ғына коллекция йыйылды.
Әлбиттә, иҫке йорттарҙан да табып килтереүселәр бар. Мин кешеләрҙән уларҙы һатып та алам, сөнки әҙерәк аҡсам да бар, сәғәттәрҙе йүнәткән өсөн миңә түләйҙәр”, — ти ул.
Сәғәттәр “батшалылығының” көндән-көн киңәйеүен теләйек!

Автор: Зилә Ғәлләмова
Читайте нас