Кеше организмы нисек эшләй?
Кәүҙә – өҙлөкһөҙ эшләп торған механизм. Бер үк ваҡытта бер нисә система эшләй, йәшәүҙе көйләй: йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу, аш һеңдереү, иммун (сит микроорганизмдарҙан һаҡлай), нервы (хәрәкәт өсөн яуап бирә, бөтә ағзаларға сигналдар тапшыра), һөйәк-мускул (тәнде тотоп тора һәм ағзаларҙы һаҡлай) һәм башҡалар.
Үҫеү һәм дөрөҫ эшләү өсөн организмға энергия кәрәк. Энергия сығанағы – аҙыҡ. Һәр системаның, һәр ағзаның сәләмәт булыуы мөһим.
Һаулыҡҡа нимәнең зыян килтереүе мөмкин?
- Күп ашау;
- Артыҡ тән ауырлығы;
- Самаһыҙ күп шәкәр ашау;
- Тәмәке тартыу;
- Аҙ хәрәкәт итеү;
- Компьютер, телефон менән артыҡ мауығыу;
- Йоҡоһоҙлоҡ.
Һаулыҡты нисек һаҡларға?
Сәләмәт йәшәйем тиһәң, һаулығыңды, организмдың һаҡланыу көсөн нығытырға кәрәк. Сәләмәт туҡланыу режимын тотоу бик мөһим. Ашамай йөрөү насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Бигерәк тә үҫеп килгән организмға зарарлы.
Көн һайын иртән йылы ризыҡ ашағыҙ. Төшкө һәм киске ашты ла ҡалдырмағыҙ. Аҙыҡ менән организмға кәрәкле витаминдар һәм минераль матдәләр инергә тейеш. Рационда углеводтар, аҡһымдар, майҙар, күҙәнәкле матдәләр күп булһын. Йәғни көн дауамында мотлаҡ углеводлы аҙыҡ-түлек (икмәк, ҡамыр аштары, картуф), емеш-еләк, йәшелсә, һөт йәки әсетелгән һөт ризыҡтары, ит йәки йомортҡа ашарға кәрәк. Иртәнге, киске, төшкө аштар араһында алма, банан, сырлы бутерброд ҡапҡылап алырға була.
Фастфуд, газлы эсемлектәр, тәмле-татлы ризыҡтар һаулыҡ өсөн хәүефле, уларҙа шәкәр күп.
Магазин һутына ҡарағанда емеш-еләк ашау хәйерлерәк. Һыуһаһаң, тәбиғи һыу эс.
Кәүҙә ауырлығын нисек бер кимәлдә тоторға?
Артыҡ кәүҙә ауырлығы ололарҙа ғына түгел, үҫмерҙәрҙә лә проблемаға әйләнеп киткеләй. Ғәҙәттә, быға туҡланыуҙың боҙолоуы (фастфуд, татлы, ҡамыр аштары) һәм аҙ хәрәкәт итеү килтерә.
Ә тиҙ әҙерләнә торған туҡмас, бургерҙар, газлы һәм татлы десерттың кешегә көн буйына кәрәк булғандан күберәк калориялы икәнен беләһегеҙме? Уларҙы күпләп ашау һимертә.
Ҡайһы бер егеттәр-ҡыҙҙар, төрлө диеталар тотоп, ас йөрөп, ябығырға тырыша. Бындай алымдар үҫеп килгән организмға зарарлы һәм хәүефле. Организм туҡлыҡлы матдәләрҙе алып еткермәй. Булимия, анорексия ауырыуҙары ла башланыуы ихтимал.
Кәүҙә ауырлығын һаҡлау энергия балансына ла бәйле. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип боронғолар юҡҡа әйтмәгән. Әүҙем хәрәкәтләнеп, энергияны сарыфларға кәрәк.
Физик әүҙемлек
Спорт секцияларына йөрөү бик һәйбәт. Әгәр бындай мөмкинлек булмаһа, күберәк тышта йөрөргә кәрәк. Аҙнаның өс көнөндә берәр сәғәт йүгереү, һикереү йәки физкультура менән шөғөлләнеү мускулдарҙы һәм һөйәктәрҙе нығыта.
Йоҡо
Үҫмер саҡта йоҡо, ял бик мөһим. Үҫеүсе организмға уртаса ун сәғәт йоҡо кәрәк.
Күп үҫмерҙәр йоҡларға һуң ята. Йыш ҡына иртән уяна алмай йонсой. Дәрестә йоҡоһо килеп ултыра, көнө буйы хәлһеҙ йөрөй. Көнөң яҡшы кәйеф менән үтһен тиһәң, көн һайын бер үк ваҡытта, иртәрәк, йоҡларға ят. Ял көндәрендә лә был режимдан тайпылма.
Телефон, планшет, телевизор йәки компьютерҙы йоҡларға ятырҙан бер сәғәт алда һүндер. Ошолай иткәндә нервы системаһы тыныслана, йоҡоға талыу ҙа еңеләйә.
Күп итеп ашау ҙа йоҡоға ҡамасаулай. Йоҡо алдынан бүлмәне яҡшы итеп елләтергә кәрәк.
Шәхси гигиенаны үтәү һәр кемгә зарур:
Ҡыҙҙарҙа — 11 йәштә, малайҙарҙа бер аҙ һуңыраҡ тиреһендә һытҡы сыға башлауы ихтимал, әммә уларҙы һытырға ярамай. Инфекция инеүе, биттә ҡара тап, соҡор ҡалыуы ихтимал. Бының өсөн битте таҙа йөрөтөргә, көнөнә ике тапҡыр йыуынырға кәрәк.
Үҙеңдең шәхси әйберҙәреңде – ҡулъяулыҡ, тараҡ, кейем, косметиканы кешегә биреп торорға ярамай.
Үҙең эскән сынаяҡтан иптәшеңә эсергә рөхсәт итеү ҙә шәп түгел. Был ҡалаҡ һәм башҡа аш-һыу приборҙарына ла ҡағыла. Улар аша бер кешенән икенсеһенә микробтар күсеүе һәм вирус инфекцияһы йоғоуы ихтимал. Әхирәтеңдең помадаһын ҡулланып ҡына ла герпес эләктерергә була.
Ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, берәй ерең ауыртыу менән мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Мәҫәлән, әгәр гел башың ауырта икән, ти. Бының сәбәбе арығанлыҡтан да булыуы ихтимал. Көн режимын яйға һалыу был проблеманы хәл итер. Теш һыҙлаһа ла табипҡа барыу яҡшыраҡ. Юғиһә, әгәр был теш сереүе (кариес) булһа, ауырыу тәрәнгә китеп, дауалау ҡатмарлаша.
Ҡайһы бер үҫмерҙәр йәш организм өсөн үтә лә зарарлы ғәҙәттәр менән мауыға. Тәмәке тартырға, иҫерткес эсемлектәр эсергә өйрәнеп, аҙаҡ унан ғүмере буйына ҡотола алмаған кешеләр бар. Ә вейп, электрон тәмәкенең үпкә рагына килтереүе тураһында уйлайҙар микән?
Һаулығың тик үҙеңдең ҡулыңда, уны йәштән һаҡла һәм нығытып тор!
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.