14 мартта Өфөлә Матубғат йортонда “Батырҙар эҙһеҙ юғалмай” тигән сара була. Уны "Ватандаш" журналы редакцияһы "Рәсәй эҙәрмәнлек хәрәкәте"нең Башҡортостан бүлексәһе ағзалары менән берлектә үткәрә. Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала.
Эҙәрмәнлек отрядтары фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, республикабыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышында 127 мең һалдат һәм офицер хәбәрһеҙ юғалған. Эҙләү төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡатмарлаша бара: СССР-ҙың тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәт базаһының булмауы, архивтар юҡҡа сығыу, иҫәптең насар алып барылыуы, кәүҙә ҡалдыҡтарын идентификациялау ҡыйынлыҡтары, төбәктәрҙә топонимика атамалары үҙгәреүе, финанслауҙың етешмәүе һәм башҡа ҡаршылыҡтар ҡамасаулай.
Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың ниндәй ҙә булһа документтары – фронттан яҙған хаттары, фотолары һаҡлана. Хаттарҙа ялан почтаһының номеры була, ә фотоһүрәттән яугирҙең званиеһын танырға мөмкин.
Акцияны редакция өсөнсө мәртәбә үткәрә. Үткәндәрендә байтаҡ табыштар юлығылған. Мәҫәлән, билдәле ғалим Юлай Псәнчин үҙ нәҫелдәштәре араһынан хәбәрһеҙ юғалған өс кеше тураһында мәғлүмәттәр тапҡан. Ул олатаһының наградлау ҡағыҙын тәүләп ҡулына алған һәм уның ниндәй батырлыҡ эшләгәнен белгән.
Һуғыш яландарында хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәт эҙләүселәр 14 мартта 10-дан 15 сәғәткә тиклем Матбуғат йортона (Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) килә ала. Юғалған яугир тураһында үҙегеҙҙә булған бөтә мәғлүмәтте, йәнә түбәндәге анкетаны тултырып алып килегеҙ.
АНКЕТА ПОИСКА
защитника Отечества, пропавшего без вести в годы Великой Отечественной войны
1. Ф.И.О. военнослужащего.
2. Дата, месяц, год рождения.
3. Место рождения.
4. Военкомат призыва.
5. Дата, месяц, год призыва.
6. Партийность.
7. Образование, по какой специальности.
8. Какое учебное заведение окончил.
9. Воинское звание на момент призыва.
10. Семейное положение.
11. Для женатых — Ф.И.О. жены и количество детей.
Для холостых — Ф.И.О. отца и матери.
12. Где проживала семья с 1941 по 1948 годы с учетом перемещений (переездов).
13. Сведения о ранении: населенный пункт, где лежал в госпитале, месяц и год.
14. Кто был призван с ним в один день и вернулся, Ф.И.О. вернувшихся (что известно).
15. Полученные извещения, их копии или содержание.
16. Если родные писали запросы на розыск — копии ответов.
17. Копии писем с фронта (лучше сканы).
18. Фотографии с фронта, записи с оборота (сканы).
19. Всё, что еще со слов родных можете добавить (если есть точная информация).
20. Индекс, адрес, телефоны (сотовый и городской), Ф.И.О. того, кто ищет, и степень родства.