-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март , 14:17

Диуарҙың артында нимә бар?

Әбйәлил районы Ташбулат ауылы ҡыҙы Әҙилә Әҙелмырҙина үҙенең беренсе китабын баҫтырып сығарған. "Феникс" нәшриәтендә  3000 данала баҫылған был русса китап "По ту сторону стены" тип атала. Ул әле Озон һәм Вайлдбериз маркетплейстарында һатылып ята. Китабына автор Эйа Риверголд тигән псевдоним ҡуйған.

Диуарҙың артында нимә бар?
Диуарҙың артында нимә бар?

Әбйәлил районы Ташбулат ауылы ҡыҙы Әҙилә Әҙелмырҙина үҙенең беренсе китабын баҫтырып сығарған. "Феникс" нәшриәтендә  3000 данала баҫылған был русса китап "По ту сторону стены" тип атала. Ул әле Озон һәм Вайлдбериз маркетплейстарында һатылып ята. Китабына автор Эйа Риверголд тигән псевдоним ҡуйған.

Әҙиләгә 19 йәш.  Ул кино төшөрөү менән шөғөлләнә. Ул төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильмдар беҙҙең төркөмдә лә донъя күргеләй. Күптән түгел "Өй башында йыуаса" тигән башҡортса фильмын уҡыусылар иғтибарына тәҡдим иткәйнек.

Әҙилә китап яҙыу хыялын да тормошҡа ашыра. Әммә Әҙилә яҙыусы ғына түгел, бөйөк яҙыусы булырға хыяллана.

19 йәштә генә китап сығарыу һәр яҙыусының ҡулынан килмәйҙер, йәғни Әҙилә бөйөктәр сафына инеү өсөн нигеҙ һалған да инде.

Китап нимә тураһында һуң?

Ун ике йәшлек Илис бәләкәйҙән атаһының бөйөк Хонкоме тураһында һөйләгәндәрен ишетеп үҫкән. Ҡыҙ ата-әсәһен юғалта, хәҙер ул Сихрат тигән Ҡурҡыныстар батшалығында йәшәй. Был батшалыҡта төш күреүҙән башҡа бер нәмә тураһында ла хыялланып булмай. Төш күрергә һәм, уны пилис ағасынан яһалған күҙҙән ҡырып алып, Хисапсынан ризыҡҡа алмаштырып алырға кәрәк.

Төш күрмәһәң, нимә эшләргә? Ата-әсәңде тартып алған зат менән осрашһаң, ни ҡылырға? Ташҡа әйләнгән кешеләрҙән хасил булған Бөйөк Диуарҙы күргең килмәһә, ни эшләргә? Ҡыҙ атаһының, Хыялдар иленә Хонкоме ғали йәнәптәре янына осорға кәрәк, тигән кәңәшен иҫенә төшөрә.

Фэнтези-мажара жанрында яҙылған китапта үҙенсәлекле магия һәм психология элементтары ҡулланылған. Төп героиня төш күреү көсөнә эйә.

Был китап – хыянат, ҡурҡыуҙар, ышаныс, өмөт, тоғролоҡ тураһында. Бер һүҙ менән юҡ итеп йә ҙур хаҡҡа ла һатып булмай торған Ысынды эҙләү тураһында.

Һүрәттәр: Озон / скриншот

 

Диуарҙың артында нимә бар?
Диуарҙың артында нимә бар?
Диуарҙың артында нимә бар?
Диуарҙың артында нимә бар?
Диуарҙың артында нимә бар?
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас