+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
28 Апреля , 10:14

Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте

23 апрелдә ауыл мәҙәниәт йортонда унынсы йыл рәттән Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым, Һарғая филиалдарының уҡыуҙа тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшеүсе алдынғы уҡыусыларының слеты булып үтте.

Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үттеБайназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте

Слетта  51 бала, шулай уҡ уларҙың  ата-әсәләре, уҡытыусылары, синыф етәкселәре, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаев, Бөрйән район мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эш буйынса методисы Лилиә Кульчикова, мәктәбебеҙҙең элекке алдынғы уҡыусыларының береһе, мәктәбе менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан, уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртып йәшәгән эшҡыуар, Бөрйән районы Советы депутаты Гөлсинә Ҡонафина, мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнәзирә Иванова ҡатнашты.

Мәктәптең Зилә Исмаҡова етәкселегендәге “Гөрләүек”  балалар бейеү ансамбле "Гөлнәзирә", "Йәшлек" бейеүҙәре менән сағыу байрам кәйефе бүләк итте.

Байназар мәктәбе директоры, РФ-тың почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, тап ошо сараға 2016 йылда нигеҙ һалған Йәмил Ҡотлобаев сараны  тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан итте.

Мәктәптең хәрби етәксеһе Фәнил Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге "Любизар" хәрби-патриотик клубында шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр  берҙәм сафҡа теҙелде. Рәсәҙең, Башҡортостандың дәүләт флагтарын индергәндән һуң, барлыҡ ҡатнашыусылар аяғүрә баҫты. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының гимндары яңғыраны.

Йәмил Ишбулды улы ғаиләләрендә ике отличник уҡыусы тәрбиәләгән ата- әсәләргә иң изге теләктәрен еткерҙе һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уҡыусыларға бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Бөрйән район мәғариф бүлеге вәкиле Лилиә Кульчикова уҡыусыларҙы уҡыусыларға дәртләндергес  һүҙҙәрен әйтте.  

Слетта ҡатнашыусы уҡыу алдынғылары бер нисәшәр Маҡтау ҡағыҙы, бүләктәр, ата-әсәләре Рәхмәт хаттары ҡабул итте.

Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы дүрт уҡыусыға – 3-сө синыфтан Алтынбаева Аделинаға, 7-се “А”-нан Рәхмәтуллин Айҙарға, 9-сы “А”-нан  Тләүбаева Азалияға, Мораҙым филиалының 9-сы синыфынан Мөхәмәтйәнов Даянға бассейнға "Урал" физкультура-һауыҡтырыу комплексы  сертификаттарын бүләк итте.
Шәптән дә шәп уҡыусыларҙы ҡотлау сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Хореограф Зилә Исмаҡова етәкселегендәге бейеүселәр ансамбле, музыка уҡытыусыһы Эльмира  Муллағолова етәкселек иткән сығыштар сараға йәм өҫтәне.

6-сы “Б”  уҡыусыларының "Яҙ етә" йырын, Юлиана Муллағолованың "Айҙар ғынайым" башҡорт халыҡ йырын, Нәғим Шәрипов башҡарыуындағы "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә" йырҙарын көслө алҡыштарға күмделәр. Муллағолов Вадим, Әлхәмов Алмаз, Шәрипов Нәғим ҡатнашлығындағы трио башҡарған «Был минең Башҡортостан» йыры ла бөтәһенә лә бик оҡшаны. Уҡытыусы Ғәзим Ғәлиуллин етәкселегендәге уҡыусылар төркөмө  ҡурайҙа уйнаны.

Ғәзим Ғәлиуллин һәм Эльмира Муллағолова сараны һоҡланғыс итеп алып барҙы.

Байназар мәктәбе –  иң матур мәктәптәрҙең береһе, тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. “Бишле”гә уҡыған көслө уҡыусылары менән данлы мәктәп ул!

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,

Бөрйән районы, Байназар ауылы.

Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Байназарҙа "бишле”гә уҡыусылар слеты үтте
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас