+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
28 Апреля , 06:29

"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ

Ишембай ҡалаһындағы Ижад һарайы сәхнәһендә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсының зона этабы уҙҙы.

"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ
"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ

Ишембай ҡалаһындағы Ижад һарайы сәхнәһендә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсының зона этабы уҙҙы.

Тәүҙә конкурстың муниципаль этабы булғайны. Уның еңеүселәре 20 апрелдә Ишембайға юлланды.

Милли мираҫыбыҙ булған  “Урал батыр” ҡобайырын ятлаған уҡыусылар бик күп булып сыҡты. Матур, сағыу милли кейемдәрҙәге  малай-ҡыҙҙар сәхнәлә үҙҙәрен иркен тота, төрлө милли музыка ҡоралдарында уйнай, оҫта итеп образға инә белә.

Быйыл мин зональ этапта икенсе тапҡыр ҡатнаштым. Былтыр ҡатнашҡан малай-ҡыҙҙарҙы күреп шатландым. Һәр ҡайһыбыҙ быйыл эпостан тағы ла күберәк юлдарҙы яттан һөйләне. Сәмләнеп, тағы ла күберәк ятлау теләге менән ҡайттым.

Һөҙөмтәләр буйынса икенсе урын алыуыма бик шатмын. Сәхнәләштереү буйынса  беҙҙең райондан Түрһәгәҙе мәктәбе коллективы 2-се урынды  алды, Мораҙым ауылынан Карина Сатлыҡова апай “Еңеүгә ынтылыш” тигән диплом менән бүләкләнде. Төрөмбәт мәктәбенән бәләкәй генә Таңсулпан Хәсәнова ла бик матур, ышаныслы сығыш яһаны.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙары Дыуан районында уҙасаҡ  төбәк  этапбына саҡырҙылар.

Сәсәниә Розалия Солтангәрәева апай барыбыҙҙы ла маҡтаны, шулай рухлы булырға, телебеҙҙе һөйөргә һәм ҡобайырыбыҙҙы тулыһынса ятларға өндәне.

АҘНАБАЕВА Әҙилә,

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.

"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ
"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ
"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ
"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ
"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ
"Урал батыр" – милли мираҫыбыҙ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас