

Рәсми сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар экспозицияларға бай «МХО тарихы музейы» интерактив мобиль комплексын ҡараны. Республика Хәрби Дан музейында ла осрашыу бик әһәмиәтле үтте.
Башҡортостан етәксеһе Радий Фәрит улы балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә ошондай сараларҙың әһәмиәтен билдәләне. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский шулай уҡ республикала ижадҡа, мәҙәниәткә булған ҙур иғтибарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Китап байрамында бик күп ҡалаларҙан балалар өсөн төрлө жанрҙа сыҡҡан китаптарҙы һәм ҡайһы берҙәренең авторҙарын күрергә мөмкин булды. Шулар араһынан урыҫ телендә балалар өсөн детектив яҙыусы, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы Гөлшат Әбдиева ла сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ – 20 нән ашыу детектив авторы. Яңыраҡ уның “Шкатулки Шульгана” тигән башҡортса китабы сыҡҡан. Гөлшат Әбдиева тәүге шиғырҙарын башҡорт телендә яҙған.
Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтте. Мәҫәлән, Зилә Ян башҡорт халыҡ уйыны «Ашыҡ» буйынса турнир үткәрҙе.
Китап байрамында креатив индустрияларҙы үҫтереүгә арналған сара ла бик сағыу булды. Уның алып барыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, “Әй Йола” төркөмө музыканты Ринат Рамаҙанов билдәле Рәсәй йырсыһы Анита Цойҙы, ҡурай тартып, йырлатты. Һәм был хаҡта бөтә илгә билдәле музыкант:
— Ошо мәлдә музыка киңлегендә тел кәртәләре юҡлығын аңлайһың. Моң мәҙәниәттәрҙе, халыҡтарҙы һәм кешеләрҙе берләштерә, уртаҡ тел табырға ярҙам итә, –тип яҙҙы.
Китап байрамында шулай уҡ 2021 йылда көньяҡтан төньяҡҡа тиклем тотош Урал тауын буйлатып йәйәү үтеүсе сәйәхәтсе Олег Чегодаев «Смотри: Урал» тигән яңы китабы менән таныштырҙы.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында өс көн барған ҙур мәҙәни сарала 118 мең самаһы кеше килгән һәм төрлө китап нәшриәттәре магазиндары 20 миллион һумға яҡын суммаға китаптар һатҡан. Тимәк, республикабыҙ уҡый!
Ә шул уҡ көндәрҙә — 27-30 майҙа Өфөлә РФ халыҡ артисы Сергей Безруков етәкселегендәге Ҙур балалар фестиваленең "ҘБФ шаңдауы Башҡортостан Республикаһы" тип аталған махсус программаһы тормошҡа ашырылды.
Был сәнғәт байрамы иһә 7000 кешене солғап алды. Программала баш ҡаланың 11 майҙансығында 19 спектакль, нәфис һәм анимацион фильм күрһәтелде.
Шулай уҡ китап, оҫталыҡ, мәғариф, мәктәп махсус йүнәлештәре буйынса 92 сара үткәрелде.
Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәрелгән был сәнғәт байрамы ла халыҡ күңеленә хуш килде.
Хуш бул, Китап һәм сәнғәт байрамы!
Зилә Ғәлләмова.