+9 °С
Ясно

Балалар ижады беҙҙе тәрбиәләй!

Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында «Күңелем ҡылдары сыңлай» IX әҙәби-нәфис фес­тиваль-конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһына республикабыҙҙан, сит төбәктәрҙән яҡшы һүрәт төшәргән һәм һүҙ сәнғәтендә ҡәләмдәрен тибрәткән балалар йыйылды.

Балалар ижады беҙҙе тәрбиәләй!Балалар ижады беҙҙе тәрбиәләй!
Балалар ижады беҙҙе тәрбиәләй!

Ауыр тормош хәлендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн был конкурс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамында республикала инде 9 йыл үткәрелә.
Быйыл конкурста 400-ҙән ашыу йәш автор ҡатнашҡан. Эштәр Башҡортостандың 19 районынан, Татарстандан, Донецк Халыҡ Республикаһынан һәм Запорожье өлкәһенән 7-17 йәшлек авторҙар тарафынан рус, башҡорт һәм татар телдәрендә ижади эштәр тәҡдим ителгән.
«Беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ», «Илемдең, ғаиләмдең йолалары һәм ғөрөф – ғәҙәттәре», «Тыуған ерҙең көсө», «Дуҫлыҡта — көс», «Тыуған һүҙгә һөйөү менән тирә-яғыңа ҡара» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.
Финалға сыҡҡан шул 56 еңеүсе араһынан «Әҙәби ижад» йүнәлеше буйынса — Степан Николаев, Йәмилә Мусина, Олеся Юсина, Айнур Кәримов, Зарина Кәримова, Анастасия Фәррәхетдинова, Ислам Солтанов, Рина Вәлиева, Морат Ҡәйүмов, Альберт Яхин, Эмильян Гәрәев, Эвелина Сергеева, Денис Мөхәмәтйәрҙин, Динар Гәрәев, Эльмир Ғәлимуллин, Юлия Никонова, Лилиана Шакирова, Данил Фәрхетдинов, Таңһылыу Сәхиуллина, Айнур Мәжитов, Арсений Шабалин, ә “Нәфис ижад” йүнәлеше буйынса Даниил Вәлиев, Ләйлә Исламова (атаһы МХО ерендә), Дарина Сибәғәтова, Наҙгөл Фәрхетдинова, Дарина Хәкимова, Ләйлә Шәрәфетдинова, Софья Әмирханова еңеү яуланы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Салауат Харрасов, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана етәксеһе Айгөл Әмирова, «Һуғыш балалары» хәрәкәте лидеры Нурислам Вәлиев, талантлы, балаларҙы тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы.
Сараны ойоштороусы — «Хазина» хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге йәмәғәт рәйесе Ләлә Нурислам ҡыҙы Мөьминова: «Ошондай конкурстар йәш быуын өсөн бик кәрәкле. Балаларҙың уй-фекерҙәре тәрән һәм фәлсәфәүи булыуы менән таң ҡалдыра, уйландыра. Был йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар, беҙҙе — өлкәндәрҙе, тәрбиәләй», – тине.
Ысынлап та, ДЦП менән сирләгән ҡыҙ үҙен сәләмәт түгел, әммә бәхетле тип һанай: «Мин һау түгел. Тик, мин бәхетле! Был ябай: бәхетле булыу өсөн булғанына ҡыуана белергә кәрәк» — ти ул. Ә беҙ бит һау кеше генә бәхетле тип уйларға күнеккәнбеҙ.
Шулай уҡ МХО-ла ағаһы һәләк булған үҫмер­ҙең йөрәгенән сыҡҡан: «Ағайым, һинең йөҙөң, хәтерҙә аныҡ контур булып тора. Миңә һинең тауышың ишетелә, әйтерһең дә: «Йәнеңде таҙа килеш һаҡла, ирекле йәшә», — тип шыбырлайһың кеүек», — тигән. Был һүҙҙәре хәтергә уйыла.
Йәш быуындың киләсәге, традицияларҙы һаҡлау, тыуған илебеҙгә ҡаршы мәғлүмәт һөжүме барғанда уларҙың йәндәрен саф килеш һаҡлап ҡалыу бөгөн — көн үҙәгендә.
Йылдан-йыл масштабын ҙурайтҡан был проект географияһын да киңәйтә. Ойоштороусылар йәш дуҫтарын киләһе йылда ла конкурста актив ҡатнашырға саҡыра.


Зилә Ғәлләмова.

Автор:
Читайте нас