+9 °С
Ясно

Башҡорт аты — ышаныслы һәм тоғро дуҫ!

“Башҡорт аты” ғилми-тикшеренеү институты Башҡортостан Мәғариф министрлығы менән берлектә уҡыусылар араһында үткәрелгән "Башҡорт аты — ышаныслы дуҫ" республика ижади эштәр конкурсы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды һәм башҡорт атын тағы ла киңерәк танытыуға йүнәлтелде.

Башҡорт аты — ышаныслы һәм тоғро дуҫ!Башҡорт аты — ышаныслы һәм тоғро дуҫ!
Башҡорт аты — ышаныслы һәм тоғро дуҫ!

Конкурстың төбәк этабы республиканың 32 район һәм ҡалаһынан 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны үҙ эсенә алды. Республика этабына «Һынлы сәнғәт», «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте» һәм «Әҙәби сәнғәт» номинацияларында иң яҡшы 260 эш ҡатнашты.
Еңеүселәрҙе «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Ринат улы Ғизәтуллин менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры Радик Зиннәт улы Юлбаев тәбрикләне.
Улар икеһе лә конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең юғары кимәлен билдәләп үтте.
Конкурстың “Тама­шасы һөйөүе” номина­ция­һында еңеүсене билдәләү өсөн тауыш биреү "Аманат" журналының "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә үтте. Һөҙөмтәлә тамашасылар 25 һүрәт араһынан Межгорье ҡалаһынан Аман Әҡсәновтың эше өсөн (беренсе һүрәт) күпселек тауышын бирҙе.
Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла ҡотлайбыҙ! Һеҙ — йолаларыбыҙҙың ысын һаҡсылары!

Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.

Автор:
Читайте нас