+9 °С
Ясна

Башҡортостандың баш ҡалаһы бөтөн Рәсәйҙән балаларҙы фольклориадаға йыйҙы

Һабанайҙың 28-енән алып 30-ына тиклемге арауыҡта Өфөлә сираттағы “Китап байрамы” IV Халыҡ-ара китап йәрминкәһе һәм уның менән бергә бөтөн донъяға билдәле мәшһүр ҡобайырыбыҙ – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе һәм йәш сәсәндәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсы, шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың 11 майҙансығында балалар өсөн төрлө нәфис һәм анимацион фильмдар, спектаклдәр күрһәтелгән махсус программаны үҙ эсенә алған Ҙур балалар фестивале гөрләп уҙғайны.

Башҡортостандың баш ҡалаһы бөтөн Рәсәйҙән балаларҙы фольклориадаға йыйҙыБашҡортостандың баш ҡалаһы бөтөн Рәсәйҙән балаларҙы фольклориадаға йыйҙы
Башҡортостандың баш ҡалаһы бөтөн Рәсәйҙән балаларҙы фольклориадаға йыйҙы

Һөтайҙа Өфө тағы ла ҙур фестиваль ҡунаҡтарын ҡабул итте: 23-нән 26-һына хәтлем ҡунаҡсыл Башҡортостандың баш ҡалаһы майҙандары III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына илебеҙҙең 78 төбәгенән йыйылған бер меңдән ашыу төрлө милләт балаларынан тупланған 85 фольклор коллективының сығыштарынан гөрләп торҙо.
Балалар фольклориадаһының барлыҡҡа килеү тарихы ла Башҡортостанға бәйле. Билдәле булыуынса, 2021 йылдың йәйендә Өфөлә донъяның бик күп илдәре вәкилдәрен йыйған Бөтөн донъя фольклориадаһы киң ҡоласлы үткәйне. Шуның һөҙөмтәһендә киләсәктә Рәсәйҙә ике йылға бер тапҡыр төрлө милләт балалары өсөн дә айырым фестиваль үткәрергә ҡарар ителә. Шулай итеп, икенсе йылына уҡ, йәғни 2022 йылда I Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы – Сыуашстандың баш ҡалаһы Чебоксарыла, II Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы Татарстандың баш ҡалаһы Ҡаҙанда үтте һәм бына быйыл иһә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнап, илебеҙҙең халыҡтар дуҫлығы байрамы баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙғарылды.
Фестивалдә Башҡортостан исеменән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Вәсил Баймырҙин), Өфө районының “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре – Алина менән Роберт Хәмиҙуллиндар), Күмертау ҡалаһының “Зоренька” өлгөлө рус йыры ансамбле (етәксеһе – Ирина Кувшинова), шулай уҡ Көйөргәҙе районын талантлы йәш йырсы һәм өзләүсе Әнүәр Вахитов менән Баҡалы районынан йәш йырсы һәм ҡурайсы Азамат Ханнанов сығыш яһаны, республикабыҙ һәм халҡыбыҙ мәҙәниәтенең сағыу өлгөләрен уңышлы күрһәтте.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залы бинаһы алдында бөтөн ҡатнашыусыларҙың бик ҙур әйлән-бәйләндә (хороводта) әйләнеүе һәм фестивалдең төп ваҡиғалары үткән Совет майҙанына табан парады менән башланып киткән фольклориадала Өфө ҡалаһының сәнғәт мәктәптәренең 200 тәрбиәләнеүсеһе тәүгә фестивалдең гимнын башҡарҙы.
Иртәндән алып төнгә тиклем барған сараларҙы ҡарарға йыйылған бихисап халыҡ көндөҙ бик күп милләттәрҙе үҙендә туплаған илебеҙ халыҡтары вәкилдәренең милли кейемдә һәм үҙ телдәрендәге матур, сағыу йыр-бейеүен, йолаларын, этникаһын, ә кистәрен даны бөтөн донъяға билдәле, мәшһүр “Әй Йола” төркөмө, данлыҡлы йырсы, музыкант Заһир Зәйнетдинов һәм Мәскәүҙән килгән махсус ҡунаҡ, РФ-ның атҡанған артисткаһы Марина Девятованың сығыштарын ихлас тамаша ҡылды.
Фольклориадаға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың тәбрикләүен алып килгән РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсәләм Магомедов һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров фестивалгә бик юғары баһа бирҙе.
Радий Фәрит улы фестивалдең аҙаҡҡы көнөндә “Торатау” конгресс-холында фольклориадала ҡатнашсыусылар менән осрашты. Балаларҙың барыһына ла милли мәҙәниәтте һаҡлауға үҙҙәренең өлөшөн индергәндәре өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм, осраҡтан файҙаланып, шул көндә 12 йәше тулған, үҙе Ямал-Ненең Автономиялы Округынан килгән йәш артист Лев Хоротеттоны тыуған көнө айҡанлы ҡотланы һәм бүләк бирҙе.
Фольклориадала ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфө менән танышты, баш ҡалабыҙҙың төрлө иҫтәлекле урындарында, шул иҫәптән Башҡортостан Респуб­ликаһының Милли музейында булды, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында спектакль ҡараны һәм барыһы ла, өс көн эсендә үҙ-ара дуҫлашып, Башҡортостан һәм фольклориада тураһында онотолмаҫ йылы хәтирәләр менән бик ҡәнәғәт таралышты.
Хуш бул, Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы! Беҙ һине тағы ҡунаҡҡа көтәбеҙ!

Сәлмән ЯРМУЛЛИН,
“Аманат”тың баш мөхәррире.

Фотолар фольклориаданы ойоштороу комитеты чатынан алынды.

Автор:
Читайте нас