+9 °С
Ясно

Стюардесса

Һөнәр һайлағанда үҙ мәнфәғәтеңде, һәләтеңде һәм билдәле бер хеҙмәт шарттарына әҙер булыуыңды иҫәпкә алырға тейешһең. Бөхтәлек, кешеләргә иғтибарлы булыуҙы талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе — стюардесса (бортпроводник). Был һөнәрҙең нескәлектәре менән танышыу өсөн бортпроводница булып эшләүсе Зөһрә Рөстәм ҡыҙы Хәлиловаға мөрәжәғәт иттек.

СтюардессаСтюардесса
Стюардесса

— Зөһрә Рөстәм ҡыҙы, был һөнәрҙең ыңғай яҡтарын һанап үтегеҙ әле?
— Сәйәхәт итеү, төрлө ҡалаларҙы һәм илдәрҙе күреү, төрлө мәҙәниәт кешеләре менән танышыу мөмкинлеген әйтеп үтер инем. Ҙур авиакомпанияларҙа лайыҡлы эш хаҡы түләнә. Хаҡлы ялға иртәрәк сығырға (тейешле стаж булғанда — 45 йәштә), үҙең һәм туғандарың өсөн арзаныраҡ авиа­билет алырға мөмкин.
— Ә кире яҡтары?
— Был һөнәр юғары физик һәм эмоциональ көсөргәнеш талап итә. Нормаһыҙ эш графигы, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләргә тура килә. Һаулыҡҡа ла көс төшә (ваҡыт айырмаһы, һауа баҫымының үҙгәреүе). Тышҡы ҡиәфәтеңә һәм тәртибеңә ҡәтғи талаптар ҡуйыла. Даими белем алып, нимәгәлер өйрәнергә һәм кәрәкле нормативтарҙы тапшырып торорға кәрәк.
— Стюардесса булырға теләгән егеттәргә һәм ҡыҙҙарға авиакомпаниялар ниндәй талаптар ҡуя?
— 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге (ҡайһы берҙә, тәжрибә булһа, унан да олораҡ), буйы 160/175 см (самолеттың өҫкө кәштәләренә тиклем буйы етеү һәм салонда уңайлы йөрөү өсөн), матур тышҡы ҡиәфәтле һәм грамоталы телмәрлеләрҙе һайлап алалар. Тәндең күренеп торған урындарында татуировкалар һәм пирсинг булмаҫҡа тейеш.
Иң мөһиме — сәләмәт булыу. (Осоу буйынса эксперт комиссияһының медицина тикшереүе мотлаҡ). Тағы ла мөһим шарт – стрессҡа сыҙамлылыҡ һәм аралашыусанлыҡ.
— Стюардесса булыу өсөн махсус белем дә кәрәктер?
— Бортпроводниктар курстары үтергә кәрәк. Авиакомпанияларҙа кандидаттар, ғәҙәттә, үҙ­ҙә­ре түләй, әммә ҡайһы бер эш биреүселәр сы­ғым­дар­ҙы ҡаплай. Шулай уҡ колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында ла белем алырға була. Мәҫәлән, “Транспорттағы сервис”, “Һауа транспортында менеджмент” һөнәрҙәре буйынса.
Шуға стюардесса булырға теләһәң, телде өйрәнеү буйынса курстарҙа уҡырға йәки үҙаллы инглиз телен алдан уҡ өйрәнә башларға кәрәк.
— Авиакомпанияла эшләргә теләүсене нисегерәк һайлап алалар?
— Әлбиттә, иң тәүҙә анкета тултыраһың һәм резюмеңды бирәһең. Кеше менән нисек аралашыуыңды, телмәреңде, стрессҡа сыҙамлылығыңды, конфликтлы хәлдәрҙе хәл итеү һәләтеңде тикшерәләр. Был этапта шулай уҡ телдәрҙе белеү мотлаҡ.
Медицина тикшереүе (влэк) үтергә тейеш­һең. Эшкә ҡабул ителеү мөмкинлеге булғанда стажировка үтергә кәрәк була. Был иһә инструктор етәкселегендә 20-30 осош тигән һүҙ.
Биотехнологтан алып стюардессаға тиклем
Беҙҙең героинябыҙ — сағыу һәм яуаплы һөнәргә эйә булған башҡорт һылыуы Зөһрә Рөстәм ҡыҙы үҙе Белорет ҡалаһының 18-се мәктәбендә яҡшы билдәләргә уҡый. Бәләкәйҙән тырышлығы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. Уҡыу алдынғыһы олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа тик призлы урындар яулай. Уҡыу йортон да тик яҡшы билдәләргә тамамлай.
Ошо уҡ мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһе Гөлкәй Әхмәт ҡыҙы менән көн дә етәкләшеп мәктәпкә йөрөүҙәрен, ағаһы Сыңғыҙ менән шахмат уйнауҙарын, ғаилә­һе менән йәмле Манышты ауылы янындағы Ин­йәр йылғаһында һыу инеүҙәрен – бала саҡтың иң онотолмаҫлыҡ мәлдәре, тип һанай Зөһрәкәй.
Әсә телен бөтөн нескәлектәрендә “һыу кеүек эсеп”, һайлаған һөнәрендә башҡорт теленең бик тә кәрәкле булыуына күп тапҡырҙар инана.
Зөһрә Рөстәм ҡыҙы гитарала ла оҫта уйнай. Һүрәт төшөрөргә маһир. Фотоға төшөрөү менән дә мауыға. Тыуған яғының һоҡланғыс тәбиғәте, урманлы-таулы Белорет яҡтары ҡыҙҙа матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләгәндер.
Мәктәптән һуң Зөһрә Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға инә. Биотехнолог һөнәрен уңышлы үҙләштереп, ҡулына диплом ала. Әммә ҡыҙҙы туҡтауһыҙ хәрәкәттә булған ниндәйҙер үҙенсәлекле эш, сәйәхәттәр мауыҡтыра.
Зөһрә бортпроводниктар курсын уңышлы ғына үтә һәм Өфө ҡалаһында “Ютейр” авиакомпанияһында эшен башлап ебәрә.
Әле башҡорт һылыуы Мәскәү ҡалаһында эшләй. Тыуған еренән алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, туған телен, мәҙәниәтен онотмай. Милли кейемдәр көнөнә арналған конкурста ҡатнашып, дефилела ҙур баһалар ала.
Зөһрәнең тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар: илдәр буйлап сәйәхәте, төрлө күренештәр, матур мәлдәрҙе фотоға төшөрөп, интернет селтәрендәге сәхифәһендә тәбиғәттең ҡабатланмаҫ мәлен теркәп бара. Киләсәктә, бәлки, Зөһрә Хәлилованың фотолар күргәҙмәһен дә күрербеҙ әле. Уңыштар һиңә, стюардесса Зөһрә!
Стюардесса булырға теләүселәргә
Зөһрәнән кәңәштәр:
1. Әҙерлекте инглиз теле өйрәнеүҙән башла­ғыҙ;
2. Әҙәплелек, сабырлыҡ, тыңлау һәм аңлатыу оҫталығын өйрәнегеҙ;
3. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ;
4. Үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Һөнәр кешенән көслө, һығылмалы характер талап итә: бөгөн һин — Сочила, иртәгә – Токиола;
5. Кәүҙәне тура тотоп йөрөүгә күнекмәләр үтегеҙ, бөхтәлекте яратығыҙ;
6. Матур аралашыу менән шөғөлләнегеҙ. Ирекмәндәр проектында ҡатнашығыҙ, унда төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә;
7. Һәр ваҡыт ыңғай ҡарашлы булығыҙ. Йылмайыу һәм изгелектәр ҡылыу – бортпроводник өсөн мөһим сифаттар!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас