+9 °С
Ясно

Йәйге ял лагерына барыусыға

Лагерға йыйынаһыңмы? Сит кешеләр, ят балалар араһында үҙеңде нисек тояһың?

Йәйге ял лагерына барыусығаЙәйге ял лагерына барыусыға
Йәйге ял лагерына барыусыға

Ҡайһы берәүҙәр кеше араһында үҙен һыуҙағы балыҡ һымаҡ хис итә. Уларҙың холҡо шулай – бер нәмә менән баш ҡатырмайҙар, оҡшармынмы-юҡмы, нимә тип һүҙ башлайым, аҡылһыҙ булып күренмәмме, минән көлмәҫтәрме, тигән уйҙар уларҙың башына ла инеп сыҡмай. Улар – экстраверт, уларға кешеһеҙ ҡыйын, күңелһеҙ. Бөтә холоҡтары башҡаларҙы ауыҙына ҡаратып тороуға көйләнгән.
КЕМ ҺИН?
Экстраверт булмаһаң, һин, моғайын, интроверттыр. Интроверттарға ят кешеләр араһында уңайһыҙыраҡ, нимә тип һүҙ башларға йә нисек һүҙҙе дауам итергә белмәй йонсойҙар. Оялсанлыҡ, баҙнатһыҙлыҡ, юғалып ҡалыу, сәнскеле һүҙгә ҡапыл ғына тапҡыр яуап таба алмау, ят кешеләр менән тиҙ дуҫлаша алмау – ул интроверттар тормошондағы ҡыйынлыҡтар.
НИ ЭШЛӘРГӘ?
Лагерҙа бындай ҡыйынлыҡтарҙы еңеп өйрәнергә мөмкинлек асыла. Холҡоңдо еңеү – бик ҙур еңеү бит ул. Үҙеңә ышанысың артыр, бер кемдән дә кәм түгеллегеңде аңларһың.
Тәүге көндә башҡаларҙы күҙәт, исемдәрен иҫеңдә ҡалдырырға тырыш, кемдең ниндәйерәк икәнен аңларға тырыш.
Вожатыйҙар балаларҙы бер-береһе менән таныштырыу өсөн төрлө уйындар ойоштора, һәр кемде күҙәтә. Вожатыйҙар һеҙҙең яҡлы, йәғни һәр берегеҙҙе иғтибар аҫтында тота.
Әйҙә, шөбһәләнеүҙәреңде йүгәнлә, үҙеңә оҡшаған балалар менән таныш, уртаҡ тел тап, дуҫлаш! Күр ҙә тор: ҡайтыр ваҡыт етһә, яңы дуҫтарҙан айырылғың да килмәй торор.


Фото: pvproductions / Magnific

Автор:
Читайте нас