+9 °С
Ясна

Йәйге селләлә эҫе ҡабыуҙан һаҡланығыҙ

Йәй, ҡояш, ә балалар урамдан ҡайтып инә белмәй. Йылға буйы ла саҡырып тора. Шулай рәхәтләнеп йүгереп уйнап йөрөгәндә ҡапыл хәл бөтә, баш ауырта, күңел болғана. Ата-әсә йыш ҡына быны баланың арыуына һылтай. Тик хаталаныуҙары ихтимал, сөнки балаға, моғайын, эҫе ҡапҡандыр.

Йәйге селләлә эҫе ҡабыуҙан һаҡланығыҙЙәйге селләлә эҫе ҡабыуҙан һаҡланығыҙ
Йәйге селләлә эҫе ҡабыуҙан һаҡланығыҙ

Йәш организм әлегә йылылыҡты көйләп өйрәнмәгән. Эҫе ҡабыуы өсөн балаға сәғәттәр буйы ҡояш аҫтында ятыу мотлаҡ түгел. Эҫе машина эсендә 20 минут ултырыу йә һауа температураһы 30 градустан юғары саҡта синтетик кейемдә бер аҙ йүгереп йөрөү ҙә етә.
Ата-әсәләр баланың хәлен самалай белергә тейеш. Балаларға ла үҙ хәлен аңлап өйрәнеү ҡамасауламаҫ.

Ҡояш һуғыу билдәләре:
баланың ҡапыл хәле бөтә, көйһөҙләнә;
ашағыһы, һыу эскеһе килмәй, күңеле болғана;
һыуыҡ тейеү билдәләре юҡ, әммә тән температураһы 39-ҙан да юғарыраҡ;
йыш-йыш тын ала, һулышы һай, тәрән итеп тын ала алмай;
тән тиреһе ҡоро, ҡыҙыу, тирләмәй, йәғни организм тән йылыһын көйләй алмай.
Бындай осраҡта табип саҡыртмай булмай.

Табип килгәнсе нимә эшләргә?

Баланы кондиционерлы йә вентиляторлы һалҡынса бинаға индерергә;
сисендереп һалырға;
маңлайына, муйынына, ҡултыҡ аҫтына, ҡаҫығына еүеш компрестар һалырға (боҙло түгел!). Шул урындарҙан эре ҡан тамырҙары үтә.
Әҙләп-әҙләп, бүлеп кенә регидрон йә һыу эсерергә, һыуға берәр семтем генә тоҙ һәм шәкәр болғатырға.

Нимә ярамай?
Һут һәм газировка эсереү тыйыла;
температураны төшөрә торған дарыуҙар ярамай, эҫе ҡапҡанда улар эшләмәй;
боҙло һыуға сумырыу тыйыла – ул ҡан тамырҙары ҡыҫылыуға килтерә;
еүеш простыняға урарға ярамай, ул мунса кеүек тәьҫир итә.
Бала аңын юғалтһа, көҙән йыйыра башла­һа, температураһы 40 градустан артһа йә ҡоҫоуҙан туҡтамаһа, кисекмәҫтән 112 номерына шылтыратығыҙ.
Эҫелә йөрөгәндә бала һыу һорамаһа ла, йыш-йыш һыу эсереп торорға кәңәш ителә.

М. ЮЛАЕВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас