

Өфөлә төҙөлөүсе математика лицейы яҡташыбыҙ, совет ғалимы һәм уйлап табысыһы, тәүге ватан электрон хисаплау машинаһын эшләгән Бәшир Рәмиев исемен йөрөтәсәк.
Лицей-интернат республиканың иң һәләтле балаларын үҙенә йыясаҡ. Математик элита тәрбиәләнәсәк бында. Лицейҙы төҙөй башларҙан алда республика етәкселәре, Рәсәй буйлап йөрөп, ошондай мәктәптәрҙе ҡарап (ә улар илдә күп түгел), иң уңышлы сиселештәрҙе йыйған. Был турала Башҡортостан Башлығы төҙөлөш барышын ҡарарға барғанда һөйләгән.
Лицейҙы сираттағы яңы мәктәп тип ҡарау бик үк дөрөҫ түгел. Уға айырым статус биреләсәк, бағыусыһы Башҡортостан Башлығы үҙе буласаҡ. Төбәк етәксеһе лицей директорын үҙе тәғәйенләйәсәк. Уҡытыусылар коллективы республиканың иң яҡшы уҡытыусыларынан торасаҡ. Айырым статуслы лицейҙа эшләгәс, уларҙың эш хаҡы ла юғарыраҡ буласаҡ.
Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, балаларҙы “РМЛИ-ға юл” тигән махсус олимпиада һөҙөмтәләре буйынса йыясаҡтар. Был олимпиада 2026 йылдың октябрендә башлана. Конкурсанттар шәхси ҡаҙаныштарын күрһәткән портфолио, остаз уҡытыусыларының рекомендацияларын тупларға, психологик тест үтергә тейеш була. Интернетта РМЛИ өсөн махсус платформа булдырыласаҡ, өс этаптан торған һайлап алыу шул платформала барасаҡ. Һуңғы этап 2027 йылдың йәйендә балалар лагерында үтәсәк.
“Әле команданы формалаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, олимпиадаға әҙерләү тәжрибәһе булған, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән тәжрибәле уҡытыусыларҙы саҡырасаҡбыҙ, – тигән Радий Хәбиров “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән һөйләшкәндә. – Ата-әсәләргә, уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм. Көҙ көнө беҙ 6-сы синыфҡа балалар һайлауҙы башлайбыҙ. Тулы объективлыҡ тәьмин итәсәкбеҙ. Балалар бик ваҡ иләктән иләп һайлап алынасаҡ. Өсөнсө тур лагерь менән тамамланасаҡ, беҙ унда уларҙың нимәләргә һәләтле булыуын, бергә һыйышып йәшәй алыуын күҙәтәсәкбеҙ”.
Федераль финанслауҙы алыуға өлгәшеү еңел булмаған. “Әммә беҙгә, беренсенән, Президент ярҙам итте. Беҙҙең мәғариф министры Сергей Сергеевич Кравцовҡа ла ҙур рәхмәт. Мин, уға барып, лицейҙың айырым статусы тураһында һөйләгәс, ул аҡса тапты. Был ярайһы уҡ ҡиммәтле мәктәп, ләкин тағы шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: талантлы, һәләтле балалар өсөн”, – тигән Радий Хәбиров.
6–11-се синыфтарҙан торған уникаль мәктәптә шәхестең һәр яҡлы үҫеше өсөн бөтә шарттар буласаҡ. “Сириус” белем биреү үҙәге, “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге, республиканың Евразия фән һәм белем биреү үҙәгенә ингән вуздары, фәнни ойошмалар, республиканың төп предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү ҡарала. Дәрестәрҙән тыш новатор уҡытыусылар уҡыусылар менән махсус программалар буйынса айырым да шөғөлләнәсәк.
РМЛИ математика, информатика һәм программалау өлкәһенә лидерҙар әҙерләү буйынса заманса кампусҡа әүереләсәк. РМЛИ тамамлаусылар араһында, Радий Фәрит улы әйтмешләй, 100 баллылар ҙа, олимпиадаларҙа еңеүселәр ҙә буласаҡ. Улар, лицейҙы тамамлағас, республиканың һәм илдең төрлө вуздарында уҡыуын дауам итәсәк.
Төҙөлөш 2025 йылда башланды. Лицейҙы 2027 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыу маҡсаты ҡуйылған. Лицей-интернат 360 уҡыусыға тәғәйенләнә. Уҡыу корпустары “Фән”, “Социум”, “Мәҙәниәт” тигән айырым блоктарҙан торасаҡ. Уҡыусылар ҡарамағына оҫтаханалар, конференц-зал, амфитеатр, атриум биләмәһе, коворкинг зоналары тапшырыласаҡ.
Интернатта 250 урын буласаҡ. Бәҙрәфе, душы булған 2–3-әр урынлыҡ торлаҡ бүлмәләр йыһазландырыласаҡ.
Лицейҙа спортҡа ҙур иғтибар биреләсәк. Дөйөм физик әҙерлек залы, спорт (уйын) залы, урам спорт майҙансыҡтары йыһазландырыласаҡ. Уҡыусылар мәктәп эргәһендәге Өлфәт Мостафин исемендәге спорт комплексында ла шөғөлләнә аласаҡ. Лицейҙың үҙ паркы буласаҡ. Унда йәйәү йөрөү һуҡмаҡтары, ял зоналары йыһазландырыласаҡ. Лицейҙа ашхана, кафе эшләйәсәк.
Уҡыусылар, математика, информатика яратһағыҙ, был өлкәләрҙә һәләттәрегеҙ һәм ҙур маҡсаттарығыҙ булһа, Республика математика лицей-интернатында уҡыу хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бына тигән шарттар тыуҙырасаҡ. Тәүәккәлләгән – таш ярған. Хәҙерҙән әҙерләнә башлаһағыҙ, бәлки, ошо лицейҙа уҡыу бәхетен яуларһығыҙ.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.