Ысын һуғыштағы кеүек
Тәүҙә Беренселәр Хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе советы еткәсеһе, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Ранис Хәсәнов менән һөйләштек. Ул уйында ҡатнашыусылар, уйын барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Бөтә отрядтар 10-ар кешенән тора, уларҙың кәм тигәндә икеһе – ҡыҙҙар. Һәр отряд командир, военкор, политрук, ике штурмовик, ике медик, ике БПЛА операторынан тора. Һәр яугирҙә рация бар. Һәр отрядҡа инструктор етәкселек итә. Индивидуаль һынауҙар һәм отряд һынауҙары бар. Ярышта һәр отряд күберәк балл йыйырға тырышырға тейеш.
Ранис Рәмил улы кисәге ярыштар тураһында һөйләп алды: уйынсылар 9 километр ара үткән, засадаларҙан сығыу, дрондар осороу, һауа тревогаһы, БМП-нан атыу һ.б. позицияларҙы нисек үҙләштергәнде күрһәткәндәр.
Журналистарға уйындың һуңғы көнө уйындарының шаһиты булырға тура килде. “Зарница”сыларҙың алышы Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркы эргәһендәге урманда үтте. Иртәнән алып кискә тиклем “Аҡтар” һәм “Ҡыҙылдар” командаларына бүленгән 14 отряд (150-ләп ҡатнашыусы) ғәскәри һөнәрҙәрен, сыҙамлығын, таҫыллығын, белемдәрен күрһәтте.
Әле тактик уйын бара. Иң аҙаҡ финал алышы буласаҡ. Уйынсылар лазертаг автоматынан лазер менән аталар, баштарындағы шлемға ҡуйылған датчиктар уйынсының яраланғаны йә сафтан сыҡҡаны тураһында сигнал бирә. Өс-дүрт тапҡыр лазер уғы тейһә, яугир йә яраланған, йә һәләк булған һанала. Шунан ул инструкторҙар янына китә. Яраның етдилегенә ҡарап, йә үҙе, йә отряд медигы уның яраларын бәйләй. Медицина ярҙамы дөрөҫ күрһәтелһә, уйынсы яңынан сафҡа баҫа. Дөрөҫ булмаһа, уны штабҡа оҙаталар.
Шарттар ысын һуғыштағыға оҡшаш. Ысын һуғыш яланындағы кеүек алыш бара, тик ысын патрондар, пулялар урынына лазер менән атышалар. Ара-тирә АК автоматынан атҡандары яңғырап китә. Быларын, әлбиттә, балалар түгел, ә етәкселәр ҡоролмаған патрондар менән аталар. Әле унда, әле бында автомат тыҡылдауы яу кәйефе өҫтәй. Гранаталар шартлауы ла шул маҡсатта.
Беҙҙе, журналистарҙы, “Беренселәр Хәрәкәте”нең төбәк бүлексәһенән Марсель Хафизов оҙатып йөрөнө.
Бына “Ҡыҙылдар” армияһы штабы. Штаб үҙ уйынсыларының хәрәкәттәрен күҙәтә. Урмандың икенсе бер осонда “Аҡтар” штабы урынлашҡан.
Арсений Кучин менән танышабыҙ, ул спикер һәм политруктарҙың координаторы. Политруктар нөктәһендә ошо вазифалы уйынсылар әҙерлек үтә, һынауҙар тота. Уларҙан алыҫ түгел – медицина нөктәһе.
Башҡортостандан Стәрлетамаҡтың “БР Росгвардияһы” отряды ҡатнаша. Отряд ярыштың төбәк этабында өлкән төркөмдәр араһында беренсе урынды алған, шуға улар бында, округ этабында, республика исеменән сығыш яһай. Ранис Хәсәнов белдереүенсә, Волгоградта сентябрҙә буласаҡ ярышҡа беҙҙән “БР Росгвардияһы” барасаҡ.
Үҙебеҙҙең үҫмерҙәрҙе осратыу ниәте менән урман ҡыҙырабыҙ. Бер-икешәрләп тә, күмәкләп тә йүгерешеп үтәләр. Ҡайһылары ҡыуаҡ араһында лазертаг винтовкаһын тоҫҡап ултыра – снайперҙар эшләй. Ҡайҙан икәндәрен һорашып үтәбеҙ: Ырымбур, Удмуртия, Киров өлкәһе һ.б. Ниһайәт, стәрлетамаҡтарҙы тап иттек. Етмәһә, отрядтың командирын – Иван Гончарукты.
Таныш булығыҙ: Иван Гончарук
Иван отрядтың ни өсөн “БР Росгвардияһы” тип аталғанын һөйләне. Ул Стәрлетамаҡтың күп профилле полилингваль 23-сө мәктәбендә уҡый. Мәктәптә Рәсәй Милли гвардияһы синыфтары бар. Был профилгә балаларҙы 5-се синыфтан башлап ҡабул итәләр. Уларҙы ата-әсәләре яҙҙыра. Дөйөм белем биреү программалары ҡәҙимге синыфтарҙағы кеүек.
Айырма дәрестәр тамамланғас башлана. Хәрби профилгә ярашлы, өҫтәмә дисциплиналар, физик әҙерлек, спорт күнекмәләре инә. Һәр синыфта, синыф етәксеһенән тыш, хәрби эш буйынса тәрбиәсе бар.
Иван әйтеүенсә, “Росгвардия” синыфтарының абруйы Стәрлетамаҡта бик юғары. Улар ҡала сараларында ҡатнаша, ҡаһармандарға ҡуйылған стелалар, һәйкәлдәр янында почетлы ҡарауылда тора. Йәш “Росгвардия”сыларҙың байраҡ төркөмө төрлө тантаналы сараларҙың уртаһында була.
2021 йылдан башлап мәктәп “Росгвардия”сылары йыл да “Зарница”ға йөрөй. Ул саҡта Гончарук 6-сы синыфта уҡыған. Шунан бирле “Зарница” ярыштарында ҡатнаша. Иван быйыл 10-сы синыфты тамамлаған.
Вице-өлкән сержант Иван Гончарук – мәктәптең “Зарница” ғына түгел, баскетбол командаһының да командиры. Полиатлон буйынса республика һәм ҡала ярыштары еңеүсеһе. Атыу буйынса 2-се разрядҡа эйә.
Әйткәндәй, Иван шәп спортсы һәм “Зарница” уйыны оҫтаһы ғына түгел икән. Ул театр менән дә ҡыҙыҡһына. Быйыл “Мәктәп авансценаһы” тигән республика мәктәп театрҙары фестиваль-конкурсында, Евгений Онегин ролен башҡарып, “Иң яҡшы ир-егет роле” өсөн дипломы менән бүләкләнгән.
«Безумно приятно было стать частью окружных сборов, которые ещё и прошли на родной земле. За время проведения получили много полезных навыков, а также научились применять их в самых разных ситуациях. Но помимо полезного времяпровождения, царила прекрасная атмосфера. Считаю, что “Зарница” помогает по-настоящему прочувствовать патриотизм, любовь к Родине и, конечно же, стать лучшей версией себя», – ти Гончарук.
Рамзан Хөснөтдинов та Стәрлетамаҡтан
Стәрлетамаҡтың 23-сө мәктәбенән тағы бер үҫмер – Рамзан Хөснөтдинов менән һөйләшеү бик ҡыҫҡа булды, сөнки ул заданиела ине.
Рамзан – вице-сержант, шулай уҡ 10-сы синыфты тамамлаған. Пневматик винтовканан атыу, баскетбол, “Һары-ҡыҙыл туп” буйынса ҡала ярыштары еңеүсеһе һәм призеры. “Зарница” уйындарында республика буйынса 2-се урын алған, зона буйынса өс тапҡыр еңеүсе булған. Ҡаланың байраҡ төркөмө ҡатнашыусыһы.
“Зарница 2.0” уйынының округ ярышында Рамзан отрядтың политругы дәрәжәһендә ҡатнаша. Ул подразделениеһының киберхүефһеҙлеге өсөн яуаплы.
Иң яҡшылар
Шулай итеп, һуңғы көн дә үтте. Йомғаҡтар яһалды. “Зарница 2.0” хәрби-спорт уйынында ҡатнашҡан отрядтар араһында иң әҙерлеклеләр асыҡланды.
Иң яҡшы һөҙөмтәне “ПАТТАР” (Сыуашстан) отряды күрһәтте.
Ялан әҙерлеге буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә “Родина” (Мари Иле) өлгәште.
Тактик әҙерлектә “Честь имею 24” (Мордовия) иң шәбе булды.
Махсус хәрби операция ветерандарының Башҡортостан буйынса ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, “Зарница” уйынында ҡатнашып, ошо төбәк этабына килеп еткән уйынсыларҙың ышаныслы ил һаҡсылары булырын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Был йәш патриоттар артабан беҙҙең илдең вәкиле булырға әҙер”, тине ул.
Иң яҡшылар сентябрҙә Волгоградҡа округ этабына юллана.
Ә 22 июлдә Бәләбәйҙән “БГТК патриоттары” һәм Яңауылдан “Коллиматор” тигән ике отрядыбыҙ Ырымбурға китте. Унда Волга буйы федераль округы кимәлендә уртансы төркөмдәр “Зарница” уйнай. Еңеүсе булып ҡайтығыҙ!
Фотолар: Беренселәр Хәрәкәте төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән һәм автор фотолары.