Ойоштороусылар “Зарница” уйынына килгән балалар өсөн йәнле программа төҙөгән. Ҡатнашыусылар шартлы хәрби специальносар буйынса ағартыу курсы үткән, “Бында характер тыуа” тигән мәҙәни-ял сараһында булған, МХО яугирҙары менән осрашҡан. Үҫмерҙәр ут ҡорал әҙерлеге, радиацион, химик, биологик һаҡлыҡ, позицияларҙы маскировкалау һәм инженер ҡорамалдары, экстремаль шарттарҙа эш итеү, тактик әҙерлек буйынса әҙерлектәрен күрһәткән.
Башҡортостандан Ырымбурға Яңауыл районынан “Коллиматор” һәм Бәләбәй гуманитар-техник коллджынан “БГТК патриоттары” отрядтары барҙы. Уйын һөҙөмтәләре буйынса бәләбәйҙәр өсөнсө урынды алған.