Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында Өфө мәктәптәренең 10-сы синыф уҡыусылары биш көнлөк йыйынға килде. 350 уҡыусы үтлы ҡорал, тактика, сафта йөрөү, медицина, инженер әҙерлеге, парашют десанты әҙерлеге, радиацион, химик һәм биологик һаҡ, пилотһыҙ осҡостар һәм башҡа дисциплиналар буйынса теоретик һәм ғәмәли күнекмәләр үтә.
3 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Патриот" паркында уҡыусылар менән осрашты.
"Төп бурыс – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Республиканың бөтә етәкселеге, муниципалитет башлыҡтары тап ошо маҡсатҡа йүнәлеш тота. Һәм беҙ был бурысты күпме кәрәк, шул тиклем үтәйәсәкбеҙ. Үткән аҙнала ғына махсус хәрби операция зонаһына 171-се гуманитар конвой китте. Яугирҙәребеҙгә кәрәкле бөтә нәмәне илтәбеҙ. Икенсеһе, әлбиттә, уларҙың ғаилә ағзалары, үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күреү. Республикала илленән ашыу ярҙам сараһы ҡабул ителгән, уларҙың барыһы ла аҡса менән тәьмин ителгән. Һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары – беҙҙең айырым хәстәрлек өлкәһендә. Беҙ уларҙың балаларына үҫергә, белем алырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә тейешбеҙ. Һеҙҙең һәм беҙҙең киләсәгебеҙ, ышанығыҙ, махсус хәрби операцияның нисек тамамланыуына бәйле. Шуға күрә әле һуғышҡан егеттәр һәм ирҙәр иң мөһим бурысты үтәй", – тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы белдереүенсә, махсус хәрби операцияға матди сығымдар ҙур булһа ла, республика үҫешә:
"Баш ҡалаға күп энергия һәм средстволар йүнәлтәбеҙ. Беҙ спорт һәм мәҙәни объекттарҙы, мәктәптәрҙе ярайһы уҡ күп төҙөнөк. Юлдарҙы, парктарҙы, скверҙарҙы тәртипкә килтерәбеҙ, һәм был эште туҡтатмаясаҡбыҙ. Өфө үҙен миллионлы ҡалалар араһында ярайһы уҡ яҡшы күрһәтә. Беҙ Өфө Рәсәйҙә ысынлап та иң яҡшыларҙың береһе булһын тигән маҡсат ҡуйҙыҡ", – тине Башҡортостан Башлығы.
Сығанаҡ: Башинформ.