-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
23 Март , 15:30

Мәргән үҫмерҙәргә “Йәш Ворошилов уҡсыһы” билгеләре тапшырылды

Өфөлә Рәсәй ДОСААФ-ының “Йәш Ворошилов уҡсыһы” билгеләрен тапшырыу тантанаһы үтте. Бөтәһе 73 бала награда алды. Улар – мәктәп уҡыусылары, кадеттар, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре – атыу һәм утлы ҡорал әҙерлеге буйынса нормативтарҙы уңышлы үтәгән.

Тантанала Башҡортостандың власть органдары, Хәрби комиссариаты, Мәғариф министрлығы вәкилдәре, спортсылар, йәштәрҙе әҙерләүгә өлөш индергән ветерандар ҡатнашты.

Һәм, әлбиттә, остаздар тәрбиәләнеүселәре янында булды. Остаздарҙың бурысы айырыуса мөһим: балалар менән нәҡ улар күнекмәләр үткәрә, характерҙарын тәрбиәләй, сыныҡтыра.

Ворошилов уҡсыһы традицияларын яңыртыу – ул быуындар бәйләнешен нығытыу һәм илде һаҡларға әҙеләнеү.

“Ворошилов уҡсыһы” хәрәкәте СССР-ҙа үткән быуаттың 30-сы йылдарында башлана. Меңәрләгән совет үҫмере Осоавиахим тирҙарында снайперлыҡ оҫталығын үҙләштерә.  Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҫмер сағында ошо әҙерлекте үткән кешеләр снайпер булып хеҙмәт итә һәм Еңеүҙе яҡынайтыуға бөтә тырышлығын һәм оҫталығын һала.

Әлеге тантанаға ла республика үҫмерҙәренең иң мәргәндәре йыйылған.  “Ворошилов уҡсыһы” билгеһен алыу ябай түгел. Тәүҙә мәктәптә атыу буйынса нормативтарҙы үтәргә кәрәк. Иң яҡшылар муниципаль этапҡа үтә. Шунан республика кимәлендә ярыш була.

Ғафури районы Красноусол ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Алия Хәмзина Башҡортостан командаһы составында Анапа ҡалаһында Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашҡан. Команда икенсе урын алып ҡайтҡан. Алия ла маҡтаулы билге менән бүләкләнде.

Юғары уҡыу йортона ингәндә “Йәш Ворошилов уҡсыһы” билгеһе 1 балл өҫтәй.

Мәргән үҫмерҙәргә “Йәш Ворошилов уҡсыһы” билгеләре тапшырылды
Мәргән үҫмерҙәргә “Йәш Ворошилов уҡсыһы” билгеләре тапшырылды
Мәргән үҫмерҙәргә “Йәш Ворошилов уҡсыһы” билгеләре тапшырылды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас