

“Бындай осрашыуҙар беҙҙең өсөн– айырым бурыс. Беҙ хеҙмәтебеҙ менән таныштырыу ғына түгел, тормошобоҙ нигеҙен тәшкил иткән нәмәләр – Ватанға һөйөү, бурысҡа тоғролоҡ, ныҡлы дуҫлыҡ һәм бер-береңә ярҙам тураһында ла һөйләйбеҙ. Шуға ышанам: күптәрегеҙ өсөн был каникул үҙ киләсәге өсөн уйланыуға этәргес бирер. Тормош юлығыҙ хеҙмәт итеү менән бәйләнмәгән осраҡта ла мин һеҙгә көслө, сәләмәт, намыҫлы һәм үҙ илен яратҡан граждандар булып үҫеүегеҙҙе теләйем”, – тине Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Александр Голуб, осрашыуҙы асып.
Росгвардиясылар бай интерактив программа әҙерләгән. Балаларҙы төркөмдәргә бүлделәр һәм локацияларға урынлаштырҙылар.
Интерактив майҙансыҡта ведомствонан тыш һаҡтың тотҡарлау төркөмдәренең заманса экипировкаһын күрһәттеләр, ҡоралдарҙың һәм бронялы һаҡ элементтарының тәғәйенләнеше тураһында һөйләнеләр, хәрби экипировканы һәр бала үҙе тотоп, кейеп ҡараны. Хатта патруль автомобиленә ултырып, махсус сигналдарҙы ҡабыҙҙылар һәм тауыш көсәйткесте һынанылар.
Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмында төп ролде уйнаған үҫмер актер Арыҫлан Ҡырымсурин һауыҡтырыу лагерында тәүге тапҡыр ял итә. Йәй ошо тиклем бай ваҡиғалы, спортлы, хис-тойғоло булыр тип уйламаған да ул. Әлеге сарала Арыҫланды бөтәһенән элек бронежилеттың ауырлығы аптыратты. Ул бронежилетты кейеп ҡараны ла бик ғәжәпләнде: “Быны кейгәс, енәйәтсене ҡыуып етеп буламы икән ни?”
Тағы бер локация табипҡа тиклем беренсе ярҙам күрһәтеүгә арналды. Балаларға ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу тәртибен аңлаттылар, ҡан ағыуҙы туҡтатыу буйынса практик дәрес үтте.
Спортзалда балаларҙы зарядкаһәм арҡан тартышыу көтә ине.
Балаларға өйҙә, урамда һәм интернетта хәүефһеҙлек тураһында ла һөйләнеләр. “Луч”та ял итеүселәр хәүефле хәлдәрҙә, таныш түгел кешеләр менән аралашҡанда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белде.
Балалар көндәлек тормошта файҙаһы тейерлек ҡағиҙәләрҙе үҙләштерҙе. Айырыуса әүҙемдәргә ведомствоның тематик ҡулланмалары һәм сувенирҙары бүләк ителде.
Фото һәм текст: Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.