+14 °С
Облачно

Яратҡан артистарыбыҙ беҙгә әкиәттәр һөйләй

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры  башҡорт телендә “Аудиоәкиәттәр” тигән проект башлаған. Беренсе әҫәр –  “Сергей Аксаковтың “Ал сәскә” әкиәте. Данлы яҡташыбыҙҙың был әҫәре беренсе тапҡыр башҡортса яңғыраны.

Яратҡан артистарыбыҙ беҙгә әкиәттәр һөйләйЯратҡан артистарыбыҙ беҙгә әкиәттәр һөйләй
Яратҡан артистарыбыҙ беҙгә әкиәттәр һөйләй

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры  башҡорт телендә “Аудиоәкиәттәр” тигән проект башлаған. Беренсе әҫәр –  “Сергей Аксаковтың “Ал сәскә” әкиәте. Данлы яҡташыбыҙҙың был әҫәре беренсе тапҡыр башҡортса яңғыраны.

Әкиәтте яҙыусы Гөлнур Яҡупова тәржемә иткән, Фирғәт Ғарипов режиссерлаған, Урал Иҙелбаев музыка яҙған, билдәле актерҙар ролдәрҙе уҡый.

“Аудиоәкиәттәр” проектының етәксеһе – Динара Ҡәйүмова. Ул яҙҙырылған әкиәттәрҙе театрҙың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә тыңлау мөмкинлеге тураһында хәбәр итә.  “Ал сәскә” яҙмаһы бында .

Проект Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Презентацияһын Балаларҙы яҡлау көнө алдынан үткәргәндәр.

Фото: Башдрамтеатр / матубғат хеҙмәте.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас