-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
25 Июль 2022, 10:08

Күңелле йәй миҙгеле!

Йәй көнөндә шундай рәхәт, Уйнайһың күңел булғансы! Һыу инеп, туп тибеп, Тәнгә сихәт алаһың!

Күңелле йәй миҙгеле!
Күңелле йәй миҙгеле!
Йәй көнөндә шундай рәхәт,
Уйнайһың күңел булғансы!
Һыу инеп, туп тибеп,
Тәнгә сихәт алаһың!
Ҡыр-туғайҙар сәскә ата,
Гүзәллектән күҙҙәр ҡамаша!
Яландарҙа күбә-күбә булып,
Бесән өйөмдәре өйөлә.
Эх, тәмле лә ҡайын еләге,
Хуш еҫенән баштар әйләнә!
Сәйгә һалып, сәй эсһәң,
Була шунда шифаһы!
Ҡояшлы йәмле йәйем,
Ҡаҙ бәбкәле бала сағым!
Оҙаҡ итеп ял иткәс,
Уҡырбыҙ беҙ тик бишлегә!
Автор:Тамерлан Зарипов
Читайте нас: