"Һин тыуғанға, мин бит ҡыуанғайным! "-
Әллә ысын, әллә шаяртып.
Йыш әйтәһең миңә был һүҙҙәрҙе,
Ҡабатлайһың бәлки яратып.
Хәл белешеп килеп етәһең һин,
Атай кеүек мине ҡайғыртып.
Рәхмәтлемен һиңә, ағайғынам,
Торғаныңа мин тип йән атып...
/Сәфинә Ҡусҡарова/
https://vk.com/lovebashkortsa?w=wall-122766096_18088 сайтынан алынды.