-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Октябрь 2022, 09:45

Эрзинкә итек

Кисеүҙе сыҡҡанда аяғы әллә ташҡа эләкте, сайҡалып китте лә, мин нығыраҡ тотонайым тигәнсе ҡыҙыл итегемдең һыңары ҡулымдан ысҡынып ағып та китте. Бер-нисә малай тоторға тип артынан ташланып ҡаранылар, ҡайҙа инде - кисеүҙән ары тәрән ятыу, тоторһоң, тотмай.Ярға сыҡтыҡ, минең аяҡта - һыңар итек, арыу ғына атларға ла кәрәк бит инде.

Эрзинкә итек
Эрзинкә итек

Ғәфүрә Зәйнулла ҡыҙын иҫкә алғас, бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө)))
Элек әйбер юғыраҡ саҡта, әсәйем миңә ҡыҙыл төҫтәге эрзинкә итектәр һатып алып бирҙе. Туҡтағыҙ, бирмәне лә әле))) Магазиндан алған да төрөп урындыҡ аҫтына тығып ҡуйған, мәле еткәс алып бирермен тигәндер инде. Мин нимәлер артынан урындыҡ аҫтына инеп киттем дә ят төргәкте килтереп сығарҙым. Унда... күҙҙең яуын алып торған ҡып-ҡыҙыл эрзинкә итектәр! Минең аяҡҡа! Кейеп тегеләй-былай үттем - тап-таман, аяҡтарыма рәхәт! Әсәйем күреп ҡалмаһын тип, кире төрөп ипләп кенә урынына һалып ҡуйҙым.Үҙем эстән ҡыуанып йөрөйөм, тиҙҙән күҙ яуын алып торған эрзинкә итектәр кейеп йөрөйөм тип. Әле ҡыш, эрзинкә итектәргә иртә. Шулай уҡыуҙан ҡайтам да урындыҡ аҫтына сума һалып эрзинкә итектәремде һыйпап сығам. Көтөп йөрөй торғас, яҙ ҙа килеп етте. Ҡарҙар иреп, күләүектәр күренә башлауға әсәйем миңә теге итектәрҙе сығарып бирҙе. Эй ҡыуаныуым! Балалар ғына шулай ҡыуана беләлер, тип уйлайым хәҙер. Итектәремде бысратмаҫ өсөн тәүҙә өй нигеҙе буйлап ҡына йөрөнөм, шунан ҡарҙан ҡарға ғына һикереп уйнаным, күршелә йәшәгән иптәш ҡыҙым Сараға барып маҡтанып килдем. Итектәремдә хатта ҡояш сағыла ине!
Май айы аҙағында, уҡыуҙар бөткәс, уҡытыусыбыҙ Ғәфүрә Зәйнулла ҡыҙы беҙҙе класыбыҙ менән экскурсияға алып сыҡты. Беренселәрҙе Ғәфүрә апайҙың элек сығарған класы, дүртенселәр, шефлыҡҡа алғандар ине, улар ҙа бар. Теләк түбәһе аҫтындағы кисеүҙе сығып, бер аҡланда туҡтаныҡ. Шунда сыр-сыу уйнап, өйҙән алып килгән тәм-томдо ашап, сәй эстек тә ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Дүртенсе класс малайҙары үҙҙәрен ҙур итеп тойғанмы икән, беҙҙе, кәүҙәгә бәләкәсерәк ҡыҙҙарҙы, кисеүҙән күтәреп алып сығырға булдылар. Эрзинкә итегем аяғымдан һурылып ағып китмәһен тип, ҡулыма тоттом. Мине Баязитов Рамил күтәрҙе. Кисеүҙе сыҡҡанда аяғы әллә ташҡа эләкте, сайҡалып китте лә, мин нығыраҡ тотонайым тигәнсе ҡыҙыл итегемдең һыңары ҡулымдан ысҡынып ағып та китте. Бер-нисә малай тоторға тип артынан ташланып ҡаранылар, ҡайҙа инде - кисеүҙән ары тәрән ятыу, тоторһоң, тотмай.
Ярға сыҡтыҡ, минең аяҡта - һыңар итек, арыу ғына атларға ла кәрәк бит инде. Малайҙар алмашлап күтәреп алып килеп өй янында ҡалдырып киттеләр. Бына илағанымды иҫләмәйем. Йә ныҡлы булғанмын, йә экскурсиянан һәйбәт тәьҫорат алғанмындыр...
Артабан итек ҡайғыһы бөттө, йәй етеп, сандалиҙарға күстек.
Мин онотһам да, Ғәфүрә Зәйнулла ҡыҙы был хәлде һис онотмаған икән. Көҙ еткәс, дәрестәрҙән һуң, ул миңә аҡса һуҙа, "ошо аҡсаны әсәйеңә алып ҡайтып бир әле", тип. Миңә ней, нимә инде, әсәйемә алып ҡайтып бирҙем. Әсәйем "Ҡуй, кире алып барып бир", - тине. Бер нәмә лә аңламайым, аҡсаны "әсәйем кире бирергә ҡушты", тип уҡытыусыма һонам. "Юҡ, ул аңламаған, был ағып киткән резина итектәр өсөн, тип әйтеп бир, Гөлсөм", тип кире аҡсаны бирҙе. Мин тағы алып ҡайтып әсәйемә бирҙем. Аңлаттым. Әсәйем "һине күргән һайын, ҡыйынһынам, ҡыҙыңды уҡыусыма тотторорға тейеш булмағанмын, резина итектәре ағып киткәнгә үҙемде ғәйепле тоям", тип әйтә ине, беренсе алып ҡайтҡаныңда уҡ аңланым. Рәхмәт, тип әйт. Итек тә булдымы әйбер, балам иҫән бит", - тигән булды. Ҡыҫҡаһы, алып барып бирҙем аҡсаны Ғәфүрә Зәйнулловнаға.
Был ваҡиға ныҡ хәтергә һеңеп ҡалды, әлбиттә. Йылдар үткәс, әсәйемдең аҡыллы ғәмәленә һоҡланам. Мин бит ғаиләлә яңғыҙ тигәндәй үҫтем, апайым минән 8 йәшкә оло, йәй токта эшләп, һыйыр һауып, аҡса эшләп йөрөй, ә Ғәфүрә апай менән Рәфҡәт ағайҙың ғаиләһендә биш бала үҫә ине: Азат, Фуат, Фирғәт ағайҙар, минән бәләкәй Рөстәм улдары, тағы ла бәләкәсерәк Роза ҡыҙҙары бар. Шунда ла үҙҙәренән арттырырлыҡ аҡса тапҡан уҡытыусым, был хәлде намыҫ эше тип ҡарағандыр инде.
... Ҡыҙыл эрзинкә итектәр алыҫ баласаҡтың яҡты ла, матур ҙа, бер аҙ көлөп иҫләрлек кенә ваҡиғаһы булып тороп ҡалды. Әсәйем шул ваҡыт итек өсөн тейешле тип аҡсаны алған булһа, бәлки, тиҙерәк онота һалып, иҫләргә лә тырышмаҫ инем. Көлөп тә иҫләмәҫ, яҙып та тормаҫ инем.

 

Гөлсөм Монасипова.

Эрзинкә итек
Эрзинкә итек
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: