-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
1 Июнь 2023, 10:00

Мәҡәлдәр

Балалар, халҡыбыҙ һеҙҙең турала мәҡәлдәр ҙә әйткән: Бала бар ерҙә батша юҡ. Бала - ата-инәгә алтын бағана. (Дауамы - сайтта)

Мәҡәлдәр
Мәҡәлдәр

Бала бар ерҙә батша юҡ.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ир бала – йортҡа терәк.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер,
Апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу,
Ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

Мәҡәлдәр
Мәҡәлдәр
Автор:
Читайте нас: