-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
24 Июль 2023, 16:28

Телһөйәр, Илһөйәр, Ерһөйәр (Әкиәт)

Борон-борон заманда, бер ауылда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың  Тел, Ил, Ер исемле бик сибәр өс ҡыҙы булған. Етмәһә, шундай аҡыллы, сос, ти, үҙҙәре.

Телһөйәр, Илһөйәр, Ерһөйәр (Әкиәт)
Телһөйәр, Илһөйәр, Ерһөйәр (Әкиәт)

Телһөйәр, Илһөйәр, Ерһөйәр

 

 Әкиәт

 

Беләһегеҙме, Телһөйәр, Илһөйәр, Ерһөйәр һүҙҙәре ҡайҙан килеп сыҡҡан? Әкиәтем шул турала.

Борон-борон заманда, бер ауылда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың  Тел, Ил, Ер исемле бик сибәр өс ҡыҙы булған. Етмәһә, шундай аҡыллы, сос, ти, үҙҙәре. Әбей менән бабай:

 – Был донъяла бәхетле булыу өсөн һеҙгә татыу,  берҙәм булырға кәрәк, – тип, ҡыҙҙарына гел ҡабатлап торғандар.

Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә өс ҡыҙ, өс тағандай, бер ҙә айырылмаған. Шулай бәхетле генә йәшәп ятҡанда бер көндө ғәрәсәт ҡупҡан. Көслө ел өс ҡыҙҙы өс яҡҡа осортоп алған да киткән, ти. Ҡыҙҙары юғалғас, әбей менән бабай ҡайғыға һабышҡан. Етемһерәп көн үткәргәндәр.

Ә был мәлдә ҡыҙҙар өсөһө өс яҡҡа осоп киткән. Тел исемлеһе үҙенә таныш булмаған ергә килеп төшкән дә, тирә-яҡтың хозурлығына хайран ҡалып, аптырап ҡалған. Кешеләр әллә ниндәй ят телдә һөйләшәләр икән. Бер нимә лә аңламаған бахырҡай ҡыҙ асығып та киткән. Яйлап ҡына унда йәшәгән халыҡтың телен өйрәнергә тырышҡан. Ҡыҙ үҙе батша һарайында йөрөп ятҡанын аҙаҡтан ғына аңлап ҡалған. Баҡтиһәң, батшаның тылсымлы  бер йәшниге бар икән. Шул йәшниктәге төймәгә баҫып, ел сығарып, үҙенә кәрәк кешеләрҙе осортоп ҡына алдыра икән батша. Тел был турала ишетеп ҡалған да бик ҡурҡҡан. Шулай ҙа бар ҡыйыулығын йыйып, батшаға килеп, тыуған иленә ҡайтарыуын үтенгән.

– Һиңә беҙҙәге матурлыҡ оҡшамаймы әллә? – тип һораған батша.

– Барыһы ла яҡшы, батшам, тик минең үҙ туған телемдә һөйләшеп йәшәгем килә, – тигән Тел.

Батша ыңғай ғына яуап бирмәгән. Өс көн, өс төн уйлаған ул. Шунан ғына:

– Телһөйәр икәнһең, тимәк, һин тыуған илеңдә нығыраҡ кәрәк булырһың. Ҡайтырға рөхсәт, – тигән.

– Батша, тағы ла бер үтенесемде тыңлаһаңсы, – тигән, ти, Тел һәм үҙенең тағы ике бер туғаны барлығы тураһында әйткән дә:

– Уларҙың ҡайҙа икәнен белмәйем, табышырға ярҙам итсе, – тигән.

Батша ҡыҙҙың был үтенесен дә тыңлаған һәм Ил менән Ерҙе эҙләргә ҡушҡан. Тылсымлы йәшниктең ҡыҙҙарҙы ни өсөн күрмәүенә үҙе лә аптырай төшкән, ти.

Күпмелер ваҡыт үткәс, ике ҡыҙҙы батша һарайына алып килгәндәр.  Йөҙ-ҡиәфәттәре менән Телгә оҡшап та торалар икән үҙҙәре.

– Ошомо туғандарың? – тип һораған батша.

Өс бер туған ҡыҙ бер-береһен күреп, бик шатланған, ти. Батшаның шул тиклем һылыу, аҡыллы ҡыҙҙарҙы ҡайтарғыһы килмәгән, сөнки уның илендә лә ерен, илен, телен яратҡан кешеләр йәшәүен теләгән. Шулай ҙа батша:

– Һеҙҙең берҙәм булыуығыҙға аптырайым. Кем һеҙҙе быға өйрәтте?

– Ата–әсәйебеҙ, – тигән ҡыҙҙар бер тауыштан.

– Тимәк, берҙәмлек ғаиләнән башлана икән...

– Эйе, батша, теле барҙың – иле бар, иле барҙың  ере лә була.

– Илһөйәр, ерһөйәр, телһөйәр булырға кәрәк, тимәк, – тигән дә батша тылсымлы йәшнигенең төймәһенә баҫыуы була көслө ел сығып ҡыҙҙарҙы ата-әсәһе янына илтеп тә ҡуя. Әбей менән бабай һөйөклөләренең иҫән-һау ҡайтыуына ныҡ ҡыуанған. Сит ерҙә ҡалмай, үҙ еренә ҡайтҡандары өсөн  ҡыҙҙарының исемдәрен Телһөйәр, Илһөйәр, Ерһөйәр тип үҙгәрткәндәр, ти.

Батырова Мәҙинә,

Өфө ҡалаһы Р.Т.Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: