-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
6 Июнь , 15:35

Бесәй кешегә ниндәй ишаралар менән рәхмәт әйтә?

Ҡарап тороуға бесәйҙәр үҙҙәрен генә яраттырыусы иркә зат кеүек күренә. Ашаһалар йоҡлап баралар, йоҡонан торһалар тағы ла ашарға һорайҙар. Әллә инде беҙҙе үҙҙәренең хеҙмәтсеһе һымаҡ күрәләр?

Бесәй кешегә ниндәй ишаралар менән рәхмәт әйтә?
Бесәй кешегә ниндәй ишаралар менән рәхмәт әйтә?

Ниндәй ишаралар менән бесәй кешегә рәхмәт әйтә?

 

Ҡарап тороуға бесәйҙәр үҙҙәрен генә яраттырыусы иркә зат кеүек күренә. Ашаһалар йоҡлап баралар, йоҡонан торһалар тағы ла ашарға һорайҙар. Әллә инде беҙҙе үҙҙәренең хеҙмәтсеһе һымаҡ күрәләр?

Ысынында иһә улай түгел. Бесәйҙәр бик тә рәхмәтле йән эйәһе. Уларҙы дөрөҫ итеп аңлай белергә генә кәрәк.
Мәҫәлән, хужаһына ул бер серле ҡарашы менән генә лә рәхмәттәр әйтә икән. Әгәр ҙә бесәй һиңә ҡарап, яйлап ҡына күҙҙәрен йомғолай икән, тимәк, ул һине оҡшатып, рәхмәт әйтә тигән һүҙ. Кемгә етте шуға бесәйҙәр күҙ ҡыҫып бармай шул. Был турала ла белеп ҡуй. Һин дә үҙ сиратыңда илтифат итеп, яйлап ҡына уға күҙеңде ҡыҫып ебәргән бул.
Бөтөн тәне, сикәһе менән аяҡҡа һырпалана икән, был да уның рәхмәт һүҙе. Ошо ысул менән иң кәрәкле, ныҡ һәйбәт кешеләрҙе билдәләп үтә ул.
Тырнаҡтарын сығара биреп, ҡабаланмай ҡына тапанып тора икән, был да үҙенә күрә рәхмәт һүҙе. Уны ла ихлас күңелдән ҡабул итергә кәрәк.
Ҡош, сысҡан тотоп, аяҡ аҫтыңа килтереп һалғаны бармы мырауҡайыңдың? Бындай көтөлмәгән “сюрприз” менән улар иң ҡәҙерле кешеһен генә бүләкләй.
Әгәр ҙә бесәйең ҡулыңды, битеңде ялай икән, был инде ышаныс белдереүҙең иң юғары нөктәһе тигән һүҙ.

Хужаһы менән бер бүлмәлә булыуы ла бесәйҙең рәхмәт әйтеү ғәләмәте икән.

Ә һинең бесәйең нисек үҙенең рәхмәтен белдерә?

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: