-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
11 Февраль , 15:17

Тәүге аҙымдар

Һаумыһығыҙ! Беҙ, Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары һәм етәксебеҙ Нурасова Әнүзә Ҡотлоғужа ҡыҙы, башҡорт теле дәресендә  рифма тураһында һөйләштек һәм шиғырҙар ижад итеп ҡараныҡ. Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Тәүге аҙымдар
Тәүге аҙымдар

Һаумыһығыҙ! Беҙ, Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары һәм етәксебеҙ Нурасова Әнүзә Ҡотлоғужа ҡыҙы, башҡорт теле дәресендә  рифма тураһында һөйләштек һәм шиғырҙар ижад итеп ҡараныҡ. Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ:

 

Беҙгә ҡыш килде,

Күл, йылға туңды.

Коньки, саңғыла

Балалар шыуҙы.

 (Ғүмәрова Аделина).

 

Көҙ китте,

Ҡыш килде.

Ҡар бөртөктәре

Биҙәне ерҙе.

(Ниғмәтуллина Дания).

 

Ҡыш! Ҡыш! Ҡыш килде!

Тәбиғәт тынып ҡалды.

Тик шаян буран дулай,

Тау итеп өйҙө ҡарҙы.

Шыршылар шул уҡ йәшел,

Ҡайындар йоҡлай тыныс.

Ап-аҡ ҡар бөтә донъяға

Алып килә ҡыуаныс.

 (Ниғмәтуллина Дания).

 

Нурсилә Хәмитова фотоһы

(Бөрйән районы Һарғая ауылы).

Автор: Миляуша Камалова
Читайте нас