-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
18 Март , 10:56

Нисек итеп йылан аҡылға ултырған?!

Әкиәт

Нисек итеп йылан аҡылға ултырған?!
Нисек итеп йылан аҡылға ултырған?!

Борон-борон заманда ҡара урманда йәшәгән, ти, эшһеҙлеге һәм ялҡаулығы менән бар донъя­ға дан тотҡан йылан. Урманда айыу – умартасы, төлкө – һатыусы, ҡуян – уҡытыусы, бүре – көтөүсе, терпе тегенсе булып эшләгән, тик бер йылан ғына һөнәрһеҙ һәм эшһеҙ булған. Йыландың эшһеҙлегенә бөтөн йәнлектәрҙең дә йәне көйгән.
Көндәрҙең бер көнөндә йәнлектәр йыйылыш үткәреп алырға булған. Йыйылышта нисек йыланды эшкә өйрәтергә тигән мәсьәләне күтәреп сыҡҡан, ти, былар. Йылан, хатта йыйылышҡа килергә лә иренеп, өйөндә ятмаҡ булған, тик кеҫәртке дуҫы уны һөйрәп тигәндәй алып килгән, ти.
Иң беренсе һүҙҙе айыу башлаған:
— Йылан, мин һине үҙемә эшкә алам.
Йылан оҙаҡ ҡына уйлап торған да:
— Айыу ағай, һинең бал ҡорттарың мине сағып бөтә, мин һиңә эшкә бармайым, – тигән.
Шул арала һүҙгә һатыусы төлкө ҡыҫылып киткән:
— Йылан, бал ҡорттарынан ҡурҡһаң, мин һине үҙемә эшкә алам.
— Төлкө апай, юҡ мин һиңә эшкә бармайым, һинең эшеңдә көнө буйы, төнө буйы йәнлектәр инәләр ҙә сығалар, минең башым ауырта.
Ҡуян уҡытыусы эшен тәҡдим иткән йыланға. Тик йылан:
— Ҡуян апай, мин бит уҡытыу түгел, уҡый ҙа белмәйем, – тип ҡотолған.
Барыһы ла йыландың ни тиклем ғәмһеҙ, ялҡау булыуына, бөтөнләй бер эшкә лә өйрәнергә теләмәүенә хайран ҡала. Шунан йыйылышта ҡатнашыусылар йыланға нисек тә ярҙам итергә, ниндәй ҙә булһа бер һөнәргә өйрәтергә тип ҡарар итә. Һәр кем көн дә йыландың өйөнә барып, нимәлер өйрәтә, ти. Йылан да һөнәр арттырыр­ға тырыша башлаған, ти. Шулай итеп, ул уҡырға ла, яҙырға ла өйрәнгән һәм хатта урмандағы бөтөн йәнлектең дә һөнәрен өйрәнеп алған да араларында иң аҡыллыһы булып киткән, ти.

Рания Ҡыуандыҡова,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас