-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
19 Март , 11:25

Матурлыҡ донъяһында

Нәҫер

Матурлыҡ донъяһында
Матурлыҡ донъяһында

Мин иртәнге урманда йөрөйөм. Бөгөн ағастар аҡ бәҫкә күмелгән. Урман тып-тын. Әйтерһең дә, бөтә донъя йоҡоға талған. Иҫ киткес тынлыҡ! Урмандағы был тылсымлы тынлыҡ мине ҡала шау-­шыуынан арындыра. Мин әкрен генә матурлыҡ донъяһына сумам.
Таң алдынан ғына яуған йомшаҡ аҡ ҡарҙан саңғыла шыуа-шыуа, урман эсенәрәк инәм. Ҡышҡы урманда ғына була торған сафлыҡ. Күкрәгемде тултырып һулыш алам. Кәйефем күтәрелгәндән-күтәрелә бара.
Бына минең ҡаршыла балан ҡыуағы. Ҡыш буйы ошо емештәр менән туйынған ҡоштарҙан берәм-һәрәм ҡалғандарын ауыҙыма ҡабам. Боҙға әйләнгән туң балан ауыҙҙа иреп, әскелтем тәме ләззәт бирә. Минең боҙланған баланды беренсе тапҡыр ауыҙ итеүем.
Тирә-яҡҡа күҙ һалам. Аҡ ҡайындарҙы күҙәтәм.  Был зифа буйлы ҡайындар яҙҙы ҡаршыларға әҙерләнә. Әйтерһең, улар аҡ шәлгә бөркәнгән. Ниндәй илаһи матурлыҡ!
Иртәнге урмандан яңы көс, яңы тойғолар алып, өйгә табан юл алам.

Самир Латыпов,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас