-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Май , 09:00

Май айының шиғриәт бәйгеһе

Башҡортостан беҙҙән башлана шиғриәт бәйгеһе

Май айының шиғриәт бәйгеһе
Май айының шиғриәт бәйгеһе

Тыныслыҡ булһын һәр саҡ!

Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ бишенсе йылдың
Яҙын көткән оло-кесеһе ,
Өлкәндәрҙең сырыш йөҙҙәрендә
Кипмәгәндә күҙ йәше.

Илем тағы ҡалҡты ер-һыу һаҡлап,
Хәрби бурыс ир-ат иңендә,
Салауаты, Миңлеғәли менән
Улар атлай алғы сафтарҙа .

Күпме бала – етем, әсә – улһыҙ,
Күпме өҫтәлде тол ҡатын.
Күпме һалдат хәбәре булмаған,
Күпме яугир һалды инде башын.

Йылы яҡтан килгән яҙғы ҡоштар,
Алып килһен ергә тыныслыҡ.
Иле өсөн башын һалғандарҙан
Ғүмерлеккә ҡалыр батырлыҡ.

Аҡйондоҙ ДәҮләтбаева,
Ғафури районы Красноусол ауылының Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

 

Тыныс атһын таңыбыҙ!

Ҡара тупраҡҡа һеңде ҡанығыҙ,
Тыныс атһын тип беҙҙең таңыбыҙ.
Сит яҡтарҙа ятып ҡалдығыҙ,
Илгә ҡайтты һеҙҙең данығыҙ!

Күпме ҡатындар тол ҡалды,
Күпме бала ҡалды атайһыҙ.
Ә шулай ҙа ҡыҫып тештәрҙе
Донъя йөгөн улар күтәрҙе.

Күпме һалдат, илем, балам тип,
Утта янды, ҡалды сит ерҙә.
Ҡатындарҙың өмөт-хыялдары
Һағыш булып ҡалды ғүмергә.

Тыныс таңыбыҙҙы күрә алмай,
Дошман тағы башын күтәрә.
Ейәндәрең һинең һынатмаҫтар,
Һуғыштарҙы еңеп үткәрә!

Һеҙ яулаған таңыбыҙҙы яҡлап,
Тыуған ерен, илен яҡлап,
Яуға баҫты беҙҙең ейәндәр.
Еңеп ҡайтыр беҙҙең һөйгәндәр!

Риналия Рәхмәсова,
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

 

Ҡартайымдың яу юлы

Ҡарт ҡартайым – Урманбәтов
Баймырҙа Насип улы.
Баштан аҙағынаса
Үткән ул һуғыш юлын.

Тыуған ауылы — Юнай,
Бала саҡ шунда үткән.
Егет ҡорона еткәс,
Хеҙмәт итергә киткән.

Төньяҡ Кавказ ерендә
Хеҙмәт юлы башлана.
Элемтәсегә уҡый,
Сержант званиеһын ала.

Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа
Һуғышҡа китә егет.
Биш йыл буйы йөрөй ул,
Һуғыш һурпаһын эсеп.

Ике тапҡыр яраланып,
Госпиталдә лә ятҡан.
Һауығып сығып артабан
Йән аямай һуғышҡан.

Кесе лейтенант курсын
44-се йыл бөткән.
Бухарест, Будапештты
Азат итеп йөрөгән.

Еңеү көнөн ҡарт ҡартайым
Прагала ҡаршылай.
Тик тиҙ генә әйләнеп,
Иленә ҡайта алмай.

Һуғыш башланып китә
Монголия, Ҡытайҙа.
Шунда ебәрәләр уны
Япондарҙы ҡырырға.

Уҡсылар взводында
Командир ҙа була ул!
Батырлыҡтар күрһәтеп,
Орден, миҙал ала ул!

Гвардия лейтенанты
46-сы йылда ҡайта.
Үтәғол ауылында
Балаларҙы уҡыта.

Әсәйемдең ҡартәсәһе
Ғәзимәгә өйләнгән.
Өс ул, биш ҡыҙға улар
Ғүмер, тәрбиә биргән.

Һикһән ете йәшендә
Баҡыйлыҡҡа күскән ул.
Онотмаясаҡбыҙ беҙ,
Иҫләр киләсәк быуын.

Бына быйыл 80 йыл
Була Бөйөк Еңеүгә.
Онотмаҫҡа тейешбеҙ,
Нисә йылдар үтһә лә!

Алтынай Ишбирҙина,
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас