-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
13 Ғинуар , 10:30

Бишек йырының көсө

Юҡ, мин ышанмайым, улымдың үле кәүҙәһен күрмәйенсә ышанмайым. Нисек инде кеше хәбәрһеҙ юғалһын? Ул бит бесәй балаһы түгел, тип, түгелеп иланы Рәсимә бөгөн военкоматтан шылтыратҡандарынан һуң.

Бишек  йырының  көсө
Бишек йырының көсө

"Үҙем барам һуғышҡа, эҙләп табасаҡмын Алмасымды... Ул иҫән булырға тейеш, әгәр бер-бер хәл булһа, әсә йөрәге һиҙер ине". Тормош иптәше Айҙарҙы, улы Айгизде лә тартып алды был һуғыш, Алмасы иҫәндер, тик хәбәрһеҙ юғалған, эҙләп табырға кәрәк үҙен.
Һөнәре буйынса хирург Рәсимә. үҙ теләге менән барам тиһә, ҡуш ҡуллап аласаҡтар. Ауылда ҙур дауахана булмағас, бына 25 йыл инде фельдшер булып эшләй.
...Рәсимә — ҡала ҡыҙы. Ата-әсәһенең берҙән-бер һөйөклө, иркә ҡыҙы булып үҫте, яҡшы уҡыны, мәктәпте тамамлағас, медицина университетына уҡырға инде. Атаһы менән әсәһе ғүмер буйы заводта эшләне, отпускылары ла гел генә йәйгә тура килмәй ине, шуға йәйге каникулдарҙа Рәсимә һәр саҡ ауылда, өләсәһендә булды. Ауылды бик ярата ине, өләсәһе менән күңелле, кистәрен ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләһә, көндөҙ эшкә, аш-һыу оҫталыҡтарына өйрәтә.
— Ҡыҙым, эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн, бәлки, ауыл егетенә кейәүгә сығырһың, ә ауылда һыйырын да һауа, икмәк тә бешерә белеү кәрәк, — ти торғайны.
Фәрештәләрҙең “Амин!” тигән сағына тура килгәндер инде: икенсе курсты тамамлап, йәйге ялға ҡайтҡанда таныштылар ҙа инде буласаҡ тормош иптәше Айҙар менән.
Яңы армиянан ҡайтҡан гармунсы егет бер ҡараштан ғашиҡ иттерҙе. Айҙарҙы ла Рәсимәнең ҡыйғас ҡаштары, ҡуйы бөҙрә сәстәре арбаны. Айҙар армиянан алда Аграр институтта уҡый ине, академик отпуск алып, үҙ йәштәштәре менән барам тип, хеҙмәткә китте. Ҡайтҡас, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, совхозда агроном ярҙамсыһы булып эшкә сыҡты.
Рәсимә уҡығанда йәштәр өс йыл ялдарҙа ғына осрашып йөрөнө. Ҡулына ҡыҙыл диплом тотоп сыҡҡан көндө Айҙар ҙур гөлләмә менән ҡаршы алды ла: “Рәсимәкәй! Сыҡ кейәүгә миңә!” — тине.
Рәсимә мөхәббәте хаҡына хирург булыу хыялын да онотоп, ата-әсәһен шаҡ ҡатырып, ауылға кейәүгә сығырға риза булды. Айҙар уны ата-әсәһе йортона түгел, ә үҙенең яңы йортона алып ҡайтты. Сөнки тырышып эшләгәс, совхозда уны ике йылдан агроном итеп үрләттеләр, эш еренән өй төҙөргә бура бирҙеләр. Айҙар бер йыл эсендә дуҫтары, туғандары ярҙамында ҡур­саҡтай йорт һалып та ҡуйҙы, өйҙөң эсендә ванна, бәҙрәф бүлмәләре эшләне, Рәсимәкәйе ҡала ҡыҙы бит, тышҡа бәҙрәфкә йөрөүе ҡыйын булыр, тип уйланы.
Матур ғына итеп туй үткәреп, гөрләтеп йәшәп тә киттеләр. Рәсимә ауылда фельдшер булып эшкә урынлашты, ауыл халҡы бик йылы ҡаршы алды йәш белгесте.
Мөхәббәттәренең емеше булып, ғаиләгә бәхет өҫтәп, игеҙәк улдары Айгиз менән Алмас донъяға ауаз һалды. Ғүмер бит ул аҡҡан һыу кеүек! Малайҙар икеһе лә яҡшы уҡыны, тәртипле, тәрбиәле булды. Мәктәптән һуң аталары уҡыған институтҡа уҡырға инделәр, тамамлағас, икәүлә­шеп хеҙмәт итергә, Ватанды һаҡларға киттеләр. Үҙ ваҡытын тултырғас, өс йылға контракт төҙөп, армияла ҡалырға булдылар. Һуғыш башланыр тип кем уйлаған инде. Егеттәр баштан уҡ һуғыштың иң ҡыҙыу еренә эләгә.
Мобилизация башланыу менән ире Айҙарҙы ла саҡыр­ҙылар: ярай, барайым, бәлки, уланда­рым­ды күрермен, тип китте.
... Тик шул китеүҙән ҡайта алманы шул, өс айҙан һуң батырҙарса һәләк булды тигән хәбәре килде. Айҙарҙы ауылға алып ҡайтып ерләгәндән һуң бер аҙнанан тағы яман хәбәр килде: Айгиз улы геройҙарса һәләк булған. Нисек шул ваҡытта Рәсимәнең йөрәге шартламағандыр. Илай торғас, күҙ йәштәре бөттө, күңелендә бушлыҡ урынлашты. Әммә, Алмас улым бар бит әле, уның хаҡына ныҡ булырға, бирешмәҫкә кәрәк, тип уйланы.
Тик бына бөгөн военкоматтан шылтыраттылар: “Алмас улығыҙ хәбәрһеҙ юғалған”, — тинеләр. Бына шунда инде ул ныҡлы ҡарар итте: юҡ, ул бирешмә­йәсәк, һуғышҡа үҙ теләге менән барырға, медсестра йәки хирург булып.
Рәсимә тиҙ арала мал-тыуарын, ҡош-ҡортон күршеләренә таратып бирҙе, иҫән-имен ҡайтһам, яңынан донъя йыйыр­мын әле, тине.
Уны, һорауы буйынса, Алмасы хеҙмәт иткән часҡа ебәр­ҙеләр. Рәсимә унда көн-төн тип торманы, һалдаттарҙың һәр береһен улдары кеүек итеп тәрбиәләне. Ҡайһы саҡта ауыр операциялар ҙа эшләргә тура килде. Килеү менән Алмасын эҙләне, һорашты: ҡасан, ҡайҙа юғалған, кемдәр менән бергә булған?
Ә ул ваҡытта яралы Алмасты бер украин ҡатыны, урманда табып, өйөнә алып ҡайтып, йәшереп дауалаған. Үҙенең улы шул һуғышта вафат булған, шуға Алмасты улы һымаҡ күреп тәрбиәләгән.
Тик ул хәтерен юғалтҡан була, шуға һауыҡҡас та тағы бер нисә ай яҡшы күңелле Таня апайҙа йәшәй, ихата тирәһендә ярҙам итә. Ҡатын уға Иван тип өндәшә. Ә шулай ҙа үҙе, был урыҫ түгелдер, ҡап-ҡара сәсле, ҡара күҙле, башҡорт йәки татар егетелер, тип уйлай.
Алмастың әсәһе хеҙмәт иткән хәрби часть шул ҡасаба эргәһендә генә, ул магазинға шунда йөрөй. Бер ауыл буйлап үтеп барғанда ихатала утын ярып йөрөгән Алмас улын күреп ҡалды ла, йүгереп барып, улын ҡосаҡлап алды.
— Улым, Алмасым минең, улыҡайым! Бына мин һине таптым, — тип, шатлығынан илай башланы. Тик егет әсәһен таныманы. Был күренеште күҙә­теп торған Таня апай, яндарына килеп, бар хәлде һөйләп бирҙе. Рәсимә, шатлығынан Таняны ҡо­саҡ­лап, рәхмәттәрен уҡый-уҡый, илауын дауам итте.
Кис көнө Таня апайҙың өйөндә йоҡларға ятыр алдынан Рәсимә улына бәләкәй сағында йырлаған сәңгелдәк йырын йырланы. Ә иртән инде Алмастың хәтере ҡайтҡан ине. Бына шулай ҙа була икән: әсәйҙең бишек йыры мөғжизә тыуҙыра.
Таня апайға күп рәхмәттәр әйтеп, Алмастың хеҙмәт иткән еренә барып, медицина тикше­реү­ҙәре үтеп, осрашҡанға бер ай тигәндә ауыл­дарына ҡайтып киттеләр.
...Шулай ул — балаһының иҫән икәнен әсә йөрәге һәр саҡ һиҙә, әсәнең генә бишек йыры хәтерҙә ҡала, йәшәргә көс бирә....

Илгизәр Шәйәхмәтов,
Стәрлетамаҡ физик культура колледжы студенты.

Автор:
Читайте нас