-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
23 Ғинуар , 11:18

Шиғриәт бәйгеһе

Бай­маҡ районы Ниғә­мәт мәктәбе уҡыусыһы Заһир Һибәтуллиндың шиғырҙары

Шиғриәт бәйгеһе
Шиғриәт бәйгеһе

Ат яратам

Бәләкәйҙән ат яратам
Егергә, туғарырға.
Аяғын да тышап ҡайтам
Ебәргәндә туғайға.

Атым минең бик аҡыллы,
Башын эйә йүгәнгә.
Белә ул, етмәй бит буйым,
Баш эйә шуға күрә.

Атта сабырмын

Атым йөрөй гел яланда,
Бөөгөн дә отоп алдым.
Йүгән кейҙерҙем башына,
Һыртына эйәр һалдым.

Ат сабышында ҡатнашам,
Урын алырмын әле.
Минең өсөн туғандарым
Шунда һөйөнөр әле.

Өйөр хужаһы

Аттар йөрөй туғайҙарҙа,
Өйөр хужаһы — айғыр бар.
Бейәләрҙе ныҡ тотҡанға
Өйөр ситкә тартылмай.

Бейәләрҙең ҡолондарын
Еҫкәп-еҫкәп ала ул.
Әйтерһең, ул еҫтән танып,
Һәр береһен йыя шул.

Автор:
Читайте нас