

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡуян балаһы. Ул тиҫкәре, ялҡау булған, дәрестә уҡымаған, уҡытыусыны тыңламаған һәм уҡытыусы уға башҡа дәрескә килмәҫкә ҡушҡан. Дуҫтары мәктәптә саҡта ҡуян балаһы, көнө буйы урман ҡыҙҙырып, күбәләк ҡыуып, сиңерткә баҫтырып тик йөрөй икән.
Бер көндө, ғәҙәттәгесә, шулай эшһеҙлектән интегеп йөрөгәнендә алдына ҡапыл бер бүре килеп сыҡҡан ти.
Ялҡау ҡуян балаһы ҡасып ҡотола алмаған, бүренең ҡулына эләккән. Бына ашай инде, бына ашай, тип кенә торғанда, мылтыҡ тауышы яңғыраған. Бәхеткә күрә яҡындан ғына бер һунарсы китеп барған икән. Бүре, мылтыҡ тауышын ишетеп, ҡурҡышынан ҡуянды ысҡындырып ебәреп, табанын ялтыратҡан.
Ҡуян балаһы, шатлығынан ни эшләргә лә белмәй, өйөнә йүгергән. Ҡайтып инеү менән әсәһенә: “Әсәй, мин башҡа бер үҙем генә урманда уйнап йөрөмәйем,ялҡытты эшһеҙлек! Уҡырға барһам, уҡытыусы апай кире ҡабул итерме икән? Уның менән һөйләш әле!” – тип инәлә башлаған.
Әсәһе балаһына: “Үҙ ғәйебеңде аңлағас, бик яҡшы. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Әле һинең белем ала торған ваҡытың, шуға күрә ваҡыттың ҡәҙерен белергә кәрәк!” – тип, бәләкәй ҡуян балаһын һөйөп, шатлығынан күҙ йәштәрен һөрткән,ти.
Нурзилә ХАЛИҠОВА,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.