-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Сентябрь 2021, 15:24

Көләмәстәр

Беҙҙә йыл миҙгелдәре өсәүгә бүленә: “Тәҙрәне асмағыҙ, былай ҙа эҫе!” “Тәҙрәне асмағыҙ, былай ҙа һыуыҡ!” “Тәҙрәне асмағыҙ, былай ҙа яҡшы”.

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Үҫмер йөрөгән ҡыҙына бүләк һайлай:

- Ҡабына, зинһар, “Әлиәгә – Айҙарҙан” тип яҙып бирегеҙ әле.

Һатыусы:

- Бәлки кәрәкмәҫ? Мин “Айҙарҙан” тип кенә яҙыр инем, донъя хәлен белеп буламы...

***

- Хәлегеҙ нисек? - тип һорай табип.

- Яҡшыра башланы, доктор. Дарыуығыҙ ярҙам итте, ахыры. Уның тышында яҙылған инструкцияны теүәл үтәнем мин.

- Ә ни тип яҙылған һуң унда?

- “Ныҡ ябып һаҡларға” – тиелгән.

***

Иртәнсәк оҙағыраҡ йоҡларға уйлаһағыҙ, кистән үк йыуынып, кейенеп, тамағығыҙҙы туйҙырып ятып йоҡлағыҙ.

***

- Алмас! Һин мине иртәгә һигеҙенсе яртыла уят!

- Ярар. Тик һин миңә сәғәт етелә төрт, юғиһә мин дә йоҡлап ҡалырмын...

***

Бер батша күрәҙәсенән:

- Мин ҡайсан үлермен икән? – тип һорай.

- Байрам көнөндә, - тигән тегеһе.

- Уны ҡайҙан беләһең?

- Бәй, һин үлгән көн ҙур байрам буласаҡ бит! – тип яуаплаған күрәҙәсе.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: