- Алло, сәләм, һин ҡайҙа?
- Мин өйҙә. Ә һин?
- Ә мин һинең менән бер автобуста китеп барам...
Лагерға яңы ғына килгән малай икенсеһенән һорай:
– Бында нисек ашаталар?
– Икмәк бирһәң, әйтәм.
Бәләкәй малай – атаһына:
– Һин айыуҙан ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ, улым, ҡурҡмайым.
– Ә арыҫландан?
– Юҡ.
– Ә пистолетлы бандиттан?
– Ҡурҡмайым.
Малай бер аҙ уйланып тора ла:
– Улайһа, һин тик әсәйҙән генә ҡурҡаһың булып сыға инде, – тип ҡуя.
– Был кроссовка ҡайҙа етештерелгән икән? – тип ҡыҙыҡһына йәш ҡыҙ.
– Германияла, – ти һатыусы эре генә.
– Ҡарағыҙ әле, олтаны аҫтына Ҡытайҙыҡы тип яҙылған да һуң.
– Был ябай кешеләр өсөн Германияныҡы, ә артыҡ ҡыҙыҡһыныусылар өсөн Ҡытайҙыҡы тигәнде аңлата, – тигән һатыусы.
Фото: Алмаз Шәкиров. Мәсетле районының Түбәнге туҡбай ауылынан.