Атайым менән әсәйемә рәхмәт! Беҙҙең ялыбыҙ файҙалы, мауыҡтырғыс булһын өсөн тырыштылар. Ҡалаға шыршы ҡарарға барҙыҡ. Иҫтәлеккә фотоға төштөк. Күңел булғансы конькиҙа ла шыуҙыҡ. Талбазы ауылындағы боҙ майҙансығына ғаилә менән шыуырға йөрөнөк. Ишек алдында ҡар бабайын яһаныҡ. Саф һауала ғаилә менән бергәләп уйнаныҡ. Бына ошоноң өсөн дә ҡыш миҙгелен яратам мин.
ИБӘТУЛЛИНА Рената,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыһы.
Ренатаның фотолары “Күҙ менән ҡаш араһында” конкурсында ҡатнаша.