Хөрмәтле дуҫтар! “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тауыш биреү юлы менән "Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсының үткән йылдың икенсе яртыһы еңеүселәре билдәле булды.
Бына улар:
1-се урын: Нуриев Рәмис, Бөрйән районы Байназар ауылы Тәүге бешергән йылы икмәгем
88 тауыш (47%).
2-се урын: Хәмитова Нурсилә, Бөрйән районы, Һарғая ауылы. Ҡурсаулыҡта
57 тауыш (30%).
3-сө урын: Мозафаров Вадим, Бөрйән районы, Байназар мәктәбенең 6 Б синыфы уҡыусыһы. Төлкө килде ҡунаҡҡа, а мин уны фотоға төшөрҙөм.
26 тауыш (14%).
Еңеүселәргә - Рәхмәт кәлимәһе, ә беренсе урынға йәнә монопод!
2025 йылдың беренсе кварталы конкурсында ҡатнашығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!