-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Күҙ менән ҡаш араһы"
21 Апрель , 14:31

"Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсының еңеүсеһе асыҡланды

“Аманат” журналы бер нисә йыл буйы “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсын алып бара. Белеүегеҙсә, еңеүселәр “Бәйләнештә” селтәрендә тауыш биреү сервисы аша ойошторола. Кемдең фотоһүрәте иң күп тауыш йыя – шул еңеүсе тип иғлан ителә.

"Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсының еңеүсеһе асыҡланды
"Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсының еңеүсеһе асыҡланды

“Аманат” журналы бер нисә йыл буйы “Күҙ менән ҡаш араһы” фотоконкурсын алып бара. Белеүегеҙсә, еңеүсене асыҡлау “Бәйләнештә” селтәрендә тауыш биреү сервисы аша ойошторола. Кемдең фотоһүрәте иң күп тауыш йыя – шул еңеүсе тип иғлан ителә.

Бына тағы бер ярыш тамамланды. 2025 йылдың 1-се кварталында килгән фотоһүрәттәр ҡатнашты унда.

1-се урынды Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы Башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыһы ӘЛИМБӘКОВ Рәмис яуланы. Уның “Әсәйемә ярҙам итәм” тигән фотоһүрәте 143 тауыш (35%) йыйған. Еңеүсене ҡотлайбыҙ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Уны бүләк һәм Рәхмәт кәлимәһе көтә.

Тауыштар һаны кәмей барыуына ярашлы исемлектә артабан – Буранбаев Ғәйнислам  (71 тауыш,17%), Юлдашева Сумая (68 тауыш, 17%), Ибәтуллина Рената (26 тауыш, 6%); Вәлитова Нәргизә (21 тауыш, 5%); Хисаметдинова Илгинә (20 тауыш, 5%); Әмәкәсова Сөмбөл (17 тауыш, 4%); Аҡбашев Тамерлан (10 тауыш, 3%); Зөбәйерова Индира (8 тауыш, 2%);  Шафин Эльназ (5 тауыш, 1%); Нәҙершина Алтынай (3 тауыш, 1%); Асҡарова Йәнгүзәл (2 тауыш, 1%); Ғәлиуллина Сулпан (2 тауыш, 1%). Ҡалған һүрәттәр алған тауыштар һаны  – 1 йә 0.

Бөтә фотоһүрәтселәргә лә артабанғы ярыштарыбыҙҙа ҡатнашып,  һәләттәрен күрһәтергә, матур-матур эштәре менән журнал уҡыусыларҙы һәм төркөмөбөҙгә яҙылғандарҙы ҡыуандырып торорға насип булһын.

“Аманат” журналы үткәргән конкурстарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға, һәләттәрегеҙҙе донъяға күрһәтергә саҡырабыҙ.

#Аманат_конкурстар #күҙ_менән_ҡаш_араһы

 

 

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: