Айназ “Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек” тип аталған ижади эше менән “Хәүефһеҙлек балалар ҡарашынса” тигән төбәк конкурсында ҡатнашҡан. 7–10 йәшлек кескәйҙәр төркөмөндә “Буклет” номинацияһында уның эшенә 3-сө урын биргәндәр.
Конкурсты Башҡортостанда Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил ҡарамағындағы Балалар йәмәғәт советы ойошторған. “Буклет”, “Плакат”, “Видеоролик” номинацияларына 143 ижади эш килгән. Эштәр 1–10, 11–14, 15–17 йәштәгеләрҙән торған өс төркөмдә ҡаралған.
Ҡатнашыусылар юлдарҙа, транспортта, интернетта, өйҙә, янғын сыҡҡанда, һыуҙа, урманда хәүефһеҙлек темаларын яҡтыртҡан.
Талбазы мәктәбенән тағы бер уҡыусы – Йәлилев Асҡар “Урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре” темаһында 1-се урынды алған! Ә Азамат Рәхимов “Балаларҙың көнкүрештәге хәүефһеҙлеге” тигән тема менән шулай уҡ 1-се урынды яулаған. Уларға “Еңеүсе дипломы” тапшырғандар. Һәр береһенә бүләктәр ҙә тапшырғандар.
Шулай итеп, Талбазы гимназияһының 2-се синыфын тамамлаған өс бала конкурста ҡатнашып еңеүсе булған йә призлы урын алған. Был синыфтың етәксеһе Айгөл Сатлыҡова уҡыусыларын шулай төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырып, ойоштороп йөрөтә. Әлеге конкурсҡа ла балаларҙы, әлбиттә, ул әҙерләгән.
Талбазы балалары менән, моғайын, бөтә республика таныштыр әле. Улар беҙҙең "Аманат"тың да иң әүҙем дуҫтары. Журналға яҙылырға ла, беҙгә яҙышып, һүрәттәр, фотолар ебәреп, төрлө конкурстарыбыҙҙа ҡатнашырға ла өлгөрҙәр. Бөтә балаларға өлгө бит ул талбазылар. Уҡытыусыға ла, уҡыусыларға ла афарин!
Был конкурста әлеге өс баланан тыш ҡатнашыусылар булдымы? Хәбәр бирегеҙ!
Ә Айназдың фотоһы беҙҙең “Күҙ менән ҡаш араһында” конкурсында ҡатнаша.
Фото: Айназ Вәлитов ебәргән фото. Ҡалғандары – Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил ҡарамағындағы Балалар йәмәғәт советы сайтынан.