-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Күҙ менән ҡаш араһы"
15 Ғинуар , 13:09

"Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсына йомғаҡ яһалды (2025, октябрь-декабрь)

ИҒТИБАР  #Аманат_конкурстар#күҙ_менән_ҡаш_араһы  конкурсының (2025 йыл, октябрь – декабрь) йомғаҡтарын иғлан итәбеҙ. Тауыш биреү сервисында ике өлөштә барған тауыш биреү һөҙөмтәләре берләштерелде. ШОК! ШОК! ШОК!

"Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсына йомғаҡ яһалды (2025, октябрь-декабрь)
"Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсына йомғаҡ яһалды (2025, октябрь-декабрь)

Тәүге урындарҙың өсөһөн дә Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусылары алды! Бына улар:

1-се урын, 355 тауыш – ӘЛИБАЕВ Нур

2-се урын, 285 тауыш – НУРҒӘЛИНА Илүзә

3-сө урын, 267 тауыш – ИСМӘҒИЛЕВА Динә.

Афарин, байназарҙар!

Фотоһүрәттәр бәйгеһендә был мәктәптән башҡа уҡыусылар ҙа ҡатнашты һәм күбеһе байтаҡ тауыш йыйып өлгөрҙө.

Һәр ваҡыт шулай әүҙем һәм тәүәккәл булығыҙ!

Башҡа райондар, мәктәптәр уҡыусылары, бөрйәндәрҙән өлгө алығыҙ.

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Был гимназияның башланғыс синыфтар уҡытыусылары үҙ уҡыусыларының эштәрен даими ебәреп тора.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә ҙур рәхмәт! Яңы йылда яңы уңыштар һеҙгә! Яңы эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас