

Бөрйән районы Байназар ауылынан ҠАРАҒОЛОВА Наҙгөлдөң фотоларында – мускари тигән сәскә.
Мускари тигән атама – латинсанан (Muscári). Боронғо гректар был сәскәнең еҫе мисек (руссаһы – мускус) еҫенә оҡшағанға шундай атама биргән.
Мисек – ҡайһы бер йәнлектәрҙең биҙҙәрендә, ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырында йәки орлоғонда булған хуш еҫле матдә.
Был сәскәне сысҡан сөмбөлө (русса – мышиный гиацинт) тип тә йөрөтәләр. Сәскәһе сөмбөл сәскәһенә оҡшаған, тик күпкә бәләкәй.
Төрөктәр был сәскәне dağ sümbülü (тау сөмбөлө) йәки аrap sümbülü (ғәрәп сөмбөлө) тип йөрөтә. Азербайжандар İlansoğanı , йәғни йылан һуғаны ти.